“Тамға” – оҫталыҡ өлгөһө

Тулыраҡ: “Тамға” – оҫталыҡ өлгөһө

Үткән көҙ милләттәштәребеҙ өсөн мәҙәни асыш булған башҡорт милли кейеме оҫталарының «Тамға» халыҡ-ара конкурсында еңеүселәрҙең эштәрен хәҙер һәр кем күрә ала. Республиканың Милли музейында еңеүселәрҙ эштәре менән күргәҙмә асылды. Ҡунаҡтар тағы ла “Этно ракурс” фотокүргәҙмәһен дә күрә ала. Нағыш, тәнкәләр, милли рух донъяһына тағы ла бер ишек – башҡорт милли кейеме оҫталарының «Тамға» халыҡ-ара конкурсы. Һәр өлгө Рәйес Низаметдинов кеүек ҡурайҙа уйнап ебәрер ҙә, Миләүшә Хәйбуллинаға ҡушылып, бейергә төшөп китер төҫлө. Юлай Ғәлиуллин – “Тамға” конкурсының төп бүләге хужаһы. Күптән башҡорт милли кейемен тергеҙеү өҫтөндә эшләгән милләттәшебеҙ һис шикһеҙ бындай баһаға лайыҡ. Бәйгеселәрҙең әҙерләнергә ваҡыты бик аҙ ғына булды. Ноябрь башында унда ҡатнашырға теләүселәрҙән ғаризалар ҡабул ителде. “Тамға” республиканың 44 ҡала-райондарынан, Рәсәйҙең 10-лап төбәгенән һәм сит илдән оҫталарҙы берләштерҙе. 13-14 декабрҙә еңеүселәр исемлеге иғлан ителде. Роза Юлдашбаева милли кейемдәр дизайнеры Александр Кирдякин менән берлектә әҙерләнгән “Ханымдар” коллекцияһы менән "Заманса автор костюмы" номинацияһында еңде. "Башҡорт милли ювелир биҙәүестәре" номинацияһына тәҡдим ителгән эштәр музей экспонаттары тиерһең. Ҡарап тороуға боронғо көмөш әйберҙәрҙән бер ҙә айырылмай. Ә был эштәр "Башҡорт традицион костюмы аксессуарҙары" номинацияһы еңеүсеһе Рафаэль Амантаевтыҡы. "Башҡорт милли костюмы — реконструкция" номинацияһында башҡорт яугиренең кейеме менән Роберт Хәмиҙуллин беренсе урынды алды. Костюмдың төп үҙенсәлеге – тимер күлдәктә, уның тарихи атамаһы – һайман. Робертҡа тимер сымдарҙы бөгөү, беркетеүҙә тағы ла дүрт егет ярҙам иткән һәм уларҙың был эшкә биш ай ваҡыты киткән. Тағы ла күргәҙмәлә балалар костюмын тегеүсе алдынғы оҫталарҙың эштәре бар. Иң мөһиме – оҫталар тулы образ тәҡдим иткән – башҡорт милли кейеме баштан алып аяҡҡаса уйланылған һәм бөтөн. Башҡорт мәҙәниәтенә үткән йылдың иң сағыу ваҡиғаһы булып килеп ингән башҡорт милли кейеме оҫталарының «Тамға» халыҡ-ара конкурсы быйыл да дауам итәсәк. Ә фоторәссамдар, “Этно ракурс” фотокүргәҙмәһе авторҙары: Эдуард Дилмөхәмәтов, Айбулат Аҡбутин, Азат Мөхәмәтйәров, Гөлназ Ғәлимуллиналар эштәрендә тағы ла яңы образдар артасаҡ. Быйыл “Тамға” бәйгеһенә әҙерләнеү өсөн ваҡыт та иркенерәк, мөмкинлектәр ҙә күберәк: беренсенән, күргәҙмәләге эштәр менән танышырға, ул 28 февралгә тиклем эшләй; икенсенән, февраль буйына оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашырға. Оҫталыҡ дәрестәре кисә үк башланды. Бөгөн иһә, сәғәт 11-ҙән Милли музейҙа ҡыҙҙар һарауыс сигергә өйрәнә ала. Ә егеттәрҙе Юлай Ғәлиуллин 18 февралдә көтә.