Республикалағы зооэпидемиологик хәл, диспансеризация ваҡыты, өлөшләтә торлаҡ төҙөлөшөндә ҡатнашыусыларға ярҙам һәм республика менән идара итеү проектын бойомға ашырыу барышы. Башҡортостан хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә ошо һәм башҡа көнүҙәк мәьәләләр тикшерелде. Африка тағуны хәүефе сәбәпле республикала сусҡасылыҡ комплекстарына яҡын биләмәләрҙә ҡырағай ҡабандарҙы атып алыу зарур. Радий Хәбиров был ҡарарҙы төбәккә сиктәш өлкәләрҙә мал араһында теркәлгән йоғошло сир ҡурҡынысын иҫкәртеү маҡсатында тәҡдим итә. 2021 йылдың беренсе айында ғына Рәсәйҙең 8 төбәгендә Африка тағунының 18 осрағы теркәлгән. Республика башлығы Россельхознадзор хеҙмәтенә мал ғына түгел, ит ризыҡтарын һатыу-һатып алыу барышын да даими күҙәтергә ҡушты. Ер биләмәләрен иҫәпкә алыуҙы иһә электрон тәртипкә күсереү әүҙем бара. Был хаҡта ер һәм күсемһеҙ милек мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская белдерҙе. Сикләнмәгән биләмәләрҙе иҫәпкә алыу буйынса ике – Өфө һәм республика идаралыҡтары төҙөлгән. Хеҙмәттәр тулыһынса электрон форматҡа күсә, бөгөнгә Госуслуги сайты аша 17 сервис асыҡ. Йәнә 9-ҙы әҙерлек этабында, шуларҙың дүртеһе өр-яңы төр хеҙмәттәр – льготаға дәғүә иткән ер хужалары участка өсөн аҡсалата компенсацияны, ҡаҙылма байлыҡтарҙы файҙаланыу тураһында килешеүҙәрҙе, ҡуртымдағы ер һәм дәүләт мөлкәте буйынса иҫәп-хисап акттарын да ошо сайт аша теркәргә мөмкин буласаҡ. Граждан мөрәжәғәттәре менән туранан-тура эш алып барған Республикаға идара итеү үҙәге әлеге ваҡытта ялыуҙарҙың торлаҡ-коммуналь хужалыҡтағы проблемаларға ҡағылышлыһын иң күбе тип баһалай. Икенсе урында кешеләр юл, өсөнсөлә һаулыҡ һаҡлауға бәйле мәсьәлә менән мөрәжәғәт итәләр. Идаралыҡ етәксеһе Елена Прочаковская Республикаға идара итеү үҙәге проектын бойомға ашырыу барышы менән таныштырҙы. Мөрәжәғәттәр һәм ҡаршы бәйләнештән тыш Үҙәк фокус-төркөмдәр ҡороп ведомство-ара хеҙмәттәшлек тә ойошторорға ниәтләй. Торлаҡ төҙөлөшөндә өлөшләтә ҡатнашҡан 3 мең ярым граждандың хоҡуҡтарын тергеҙелгән. Төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов 62 объект буйынса Фонд менән килешеү барлығын белдерҙе. 19 объект буйынса өлөшсөләргә аҡсалата түләүҙәр ҡайтарыла. Республикала диспансеризация иғлан ителгәйне. Роспотребнадзор белгестәре менән килешкәс уның башланыр көнө тәғәйенләнәсәк. Һаулыҡ һаҡлау министры белдереүенсә, төбәктә башҡала белгестәре ярҙамында күсмә табип модульдары эшләй. “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһын 19 апрелдән башлау көтөлә. Үлем осраҡтарын юл-транспорт фажиғәләре лә арттыра. Транспортта күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт үткәргән тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә 18 районда 129 тәртип боҙоу теркәлгән. Төп иғтибар пассажир йөрөтөргә хоҡуғы булмаған ойошмаларға бирелә. Улар юлдағыларҙың һаулығын хәүеф аҫтына ҡуйып ҡына ҡалмай, ә легаль пассажир ташыусыларҙы матди юғалтыуҙарға килтерә. Оператив кәңәшмәлә көндәлек мәғлүмәттәр айырым иғтибар үҙәгендә. Яңы коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны төбәктә 25 мең ярымдан ашҡан. 19366 кеше һауығып сыҡҡан. Стационарҙа әле 303 пациент дауалана, 5687 сирле өйҙә. Дауаханалаҙа койка урындар һаны өс меңгә кәметелгән. Ковидға ҡаршы хәл үҙәге менән үткән аҙнала 2600 кеше бәйләнешкә сыҡһа, күпселек һорауҙар вакцинация тураһында. Үҙәк етәксеһе Римма Үтәшева беледереүенсә, халыҡты вакцина ҡуйыу мөмкинлектәре ҡыҙыҡһындыра. Әйткәндәй, республикаға килгән вакцинаның 14490 миҡдары карантинға оҙатылған. Максим Забелин был ғәмәлдең сәбәбен штрихкод мәғлүмәттәренең тап килмәүе менән аңлата. Дүшәмбе төндә иһә вакцинаның йәнә 2 меңдән ашыу миҡдары ҡабул ителгән. Әлеге ваҡытта вакцина ҡуйыу теләген белдергән ғаризаларҙы Госуслуги сайты аша тапшырыу яйға һалынған. Радий Хәбиров эре предприятиеларҙы хеҙмәткәрҙәргә вакцина яһауҙы әүҙем ойошторорға саҡыра.Республика башлығы мәктәп туҡланыуын тәртипкә килтерергә саҡырҙы. Иғтибар артҡан һайын ялыуҙар һаны күбәйә, тине Радий Хәбиров, балалар ашхана ризығынан баш тарҡан осраҡтар йыш. Был мәсьәләне хәл итер өсөн сеймал менән тәьмин иткән предприятелар һәм мәктәптәр араһында хеҙмәттәшлекте күҙәтеү мөһим. Күҙәтеүҙе иһә республика башлығы йәнә бер нисә өлкәгә – мәктәптәрҙә асылған стоматология кабинеттарының ихтыяж файҙаланыуына һәм туберкулезға ҡаршы махсус балалар баҡсаларында сират мәсьәләһенә йүнәлтергә тәҡдим итте.
Зооэпидемиологик хәл; диспансеризация ваҡыты; өлөшләтә торлаҡ төҙөлөшөндә ҡатнашыусыларға ярҙам
Тулыраҡ: Зооэпидемиологик хәл; диспансеризация ваҡыты; өлөшләтә торлаҡ төҙөлөшөндә ҡатнашыусыларға ярҙам