Өфөлә ҡатнаш алыш спорт төрө буйынса республика чемпионаты үтте

Тулыраҡ: Өфөлә ҡатнаш алыш спорт төрө буйынса республика чемпионаты үтте

Өфөнөң “Динамо” спорт комплексында ҡатнаш алыш спорт төрө буйынса республика чемпионаты һәм беренселеге үтте. Башҡортостандың ММА Федерацияһы ойошторған ярышта республиканың төрлө район-ҡалаларындағы 16 клубтан 100-гә яҡын спортсы ҡатнашты. Йөҙҙән ашыу спортсыны берләштергән 16 клуб. Рингҡа сығыусыларҙың барыһы ла үҙ клубында иң көслө алышсы. Һәм тап уларҙың араһынан иң-иңдәр республиканың йыйылма командаһында урын алыр өсөн көс һынашты. Беренселектә 16-17 йәшлек үҫмерҙәр һәм 18 йәштән өлкән булған егеттәр ҡатнашты. Һуңғы бер-нисә йыл эсендә Башҡортостандың ММА Федерацияһы клубтары республика һәм Рәсәйҙең тиҫтәләгән чемпиондарын үҫтерә. Ойоштороусылар билдәләүенсә, ярыштың төп маҡсатырының береһе-ул йәштәр араһында сәләмәт тормошто пропагандалау, спортҡа ылыҡтырыу. Ярышта республиканың төрлө район-ҡалаларынан 16 команда ҡатнашты. Быйыл беренселектә тәүге тапҡыр Ейәнсура, Бөрйән һәм Ҡыйғы районы спортсылары ҡатнашты. Спортсыларҙың оҫталығы артыуы, йылдан-йыл был спорт төрөнә йәштәр араһында ҡыҙыҡһыныу уяныуы ҡыунаслы, ти ойоштороусылар.Төнгә тиклем дауам иткән ярышта спортсылар үҙ наградаларына лайыҡ булды. Еңеүселәр артабан Волга буйы федераль округында, Рәсәй кимәлендә үтәсәк ярыштарҙа Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.