Бөгөн Өфөлә Башавтотранс предприятиеһына 22 яңы автобус тапшырылды

Тулыраҡ: Бөгөн Өфөлә Башавтотранс предприятиеһына 22 яңы автобус тапшырылды

Техника федераль инвестиция программаһы сиктәрендә бүленә, шулай уҡ, Башҡортостан хөкүмәте өлөшө лә ҙур. Сараға Башҡортостан хөкүмәте, Өфө хакимиәте вәкилдәре саҡырылды. Абруйлы ҡунаҡтар билдәләүенсә, йыл һайын автобустар яңыртыла бара һәм был эш бер нисә этапта башҡарыла.

Яңы автобустар газ двигателендә эшләй. Уның ҡеүәте 278 ат көсө. Белгестәр әйтеүенсә, яғыулыҡҡа ҡарағанда газ күпкә арзанға төшә. Йәғни, ҡаҙна аҡсаһын һаҡсыл тотонорға мөмкинлек тыуа.

Техника ҡала эсендә пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү өсөн тәғәйенләнгән. Йәғни, автобус экология талаптарына тулыһынса яуап бирә.

Завод инженерҙары һәм эшселәре барлыҡ пассажирҙарҙың да мәнфәғәттәрен уйлап эшләгән. Мәҫәлән, инвалидтарға айырым инә торған ишек бар.

Яңы автобуста мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн урын бүленгән. Шулай уҡ, яңы ултырғыстар урынлаштырылған. Әйткәндәй, улар бейегерәк ҡуйылған. Ә йәйен эҫе ваҡытта пассажирҙарға уңайлы булһын өсөн төймәгә баҫып люкты асырға мөмкин. Нефаздар яңы ҡорамалдар менән тәьмин ителгән. Водителгә лә барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған. „Башавтотранс„ ойошмаһына бөгөн 22 автобус тапшырылды. Әйткәндәй, Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары уларҙың уңайлыҡтарын иртәгә үҡ тоя аласаҡ – кесаҙна нефаздар беренсе рейсҡа сыға.