Башҡорт балы донъя баҙарын яулауын дауам итә

Тулыраҡ: Башҡорт балы донъя баҙарын яулауын дауам итә

Башҡорт балы донъя баҙарын яулауын дауам итә. Хәҙер ул Германия, Франция, Америка Ҡушма штаттарында, Япония, Мысыр, Ғәрәп илдәрендә һатыла. Башҡортостан татлы ризыҡтан эшләнгән башҡа төр продукцияны ла сауҙаға сығара. Мәҫәлән, Ҡытай менән тауарҙы күпләп һатыу тураһында ентекле һөйләшеүҙәр алып барыла.

Сувенир һауыттарына тултырылған бал Рәсәй төбәктәре өсөн тәғәйенләнгән. Ошо партия,мәҫәлән, себер яҡтарына оҙатыласаҡ.

Башҡорт балы Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә ла ихтыяж менән файҙалана. Хатта, америка белгестәре татлы ризыҡтың бер ниндәй ҙә ҡатнашмалары булмауын һәм юғары талаптарға яуап биреүен раҫлаған. Күптән түгел Нью-Йоркҡа 18 тоннанан ашыу бал оҙатылыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Хәҙер иһә тағы бер америка компанияһы продукция менән ҡыҙыҡһына башлаған.

Шулай ҙа ойошма Ҡытайға ҙур өмөттәр бағлай. Тап унда башҡорт балын һатыу буйынса магазин асылған. Ә Пекин эшҡыуарҙары Өфөлә умартасылыҡ өсөн дарыуҙар етештереүсе завод төҙөргә йыйына. Был иһә Башҡортостанға яңы мөмкинлектәр асасаҡ.

Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәк косметика тауарҙары менән дә дан тота. Продукция Ҡытай вәкилдәрендә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Яңыраҡ үҙәк заманса ҡоролмалар һатып алған. Улар продукция күләмен арттырырға мөмкинлек бирә.

Иҡтисади көрсөк осоронда төп бурыс заказ биреүселәрҙе һаҡлап ҡалыу. Ойошма балдың сифатын һәр ваҡыт тикшереп тора. Был лабораторияла балдың дымлылығы, шулай уҡ, фруктоза, глюкоза һәм сахароза кимәле билдәләнә. Белгестәр татлы ризыҡтың ниндәй сәскәләрҙән йыйылғанын да тикшерә. Балдың тәменә, еҫенә һәм төҫөнә лә ҙур иғтибар бүленә.

Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәк Рәсәйҙең алдынғы компаниялары менән хеҙмәттәшлек итә башланы. Хәҙер, башҡорт балы һәм косметика продукцияһы ҙур сауҙа селтәрҙәрендә һатыла. Шулай ҙа, ойошма етәкселеге икенсе хыял менән йәшәй. Улар ил магазиндарында Рәсәй бренды менән һәр төбәк тауарҙарын һатырға тәҡдим итә. Мәҫәлән, шул уҡ башҡорт балы, ҡымыҙ, йә тула перәниктары, себер балыҡтары һәм башҡалар.