Аҡ яулығым һалып иңдәремә

Тулыраҡ: Аҡ яулығым һалып иңдәремә

Ҡала-райондарҙа ойошторолған ағинәйҙәр ҡорҙары береһенән-береһе үҙенсәлекле саралар үткәреп тора. Ошондай йыйындарҙың береһе-ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың милли баш кейеме булған шәлъяулыҡҡа бағышланған байрам кисәһе Ишембай районының Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында үтте. Сараны үткәреүгә ағинәйҙәр ҡоро, ауыл биләмәһенеңҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары ҙур тырышлыҡ һалған. Байрамға Ишембай районының башҡа ауыл биләмәләренән генә түгел, күрше райондарҙан ҡунаҡтарҙың килеүе тағыла мәртәбә өҫтәне. Ағинәйҙәр үҙҙәренең эштәре менән йәштәрҙе тәрбиәләүҙә, киләсәк быуында милли рух, тәрбиә биреүҙә ҙур роль уйнай. Урман-Бишҡаҙаҡ ауылының Ағинәйҙәр ҡорона ижадҡа маһир, телгә оҫта инәй-апайҙар йөрөй. Иманлы йәшәү рәүеше өлгөһө булған ағинәйҙәрҙең күңелдәре лә саф, уй-ниәттәре лә изге. Шулай уҡ боронғо шәлъяулыҡтарға арнап конкурс та ойошторолдо. Илдең именлеге лә, киләсәге лә, бөгөнгөһө лә тап ошо ағинәйҙәрҙең балалары, ейәндәре, быуындар яҙмышы хаҡында хәстәрлегенә бәйле. Ә Урман- Бишҡаҙаҡ ауылының ағинәйҙәре быны һәйбәт аңлай. Шуға ла һәр үткәрелгән сара ла юғары әҙерлек менән үтә. “Аҡ яулығым һалып иңдәремә” тип исемләнгән сара халыҡ күңеленә хуш килде. Халҡыбыҙ мираҫын һаҡлап киләсәк быуынға еткереү йәһәтенән сараның әһәмиәте ҙур. Милләт бишеген гүзәл зат бәүелтеүен Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы ағинәйҙәре яҡшы белә.