Һыуыҡтар сигенә

Тулыраҡ: Һыуыҡтар сигенә

Ҡыштың һуңғы айы үҙ характерын күрһәтергә булды, ахыры. Башҡортостанға сатлама һыуыҡтар килде. Синоптиктар хәбәр итеүенсә, 12-се февралгә тиклем республикала һалҡын буласаҡ. Республиканың үҙәк райондарында көндөҙ 19, 22, төндә 22-28 градусҡаса һыуыта. Кесаҙнанан йылыта башлай. 11-12 февралдә Өфөлә көндөҙгө сәғәттәрҙә 10 градус тирәһе, көслө ҡар яуыуы көтөлә. Ял көндәренә, илдең Европа өлөшөнән йылы һауа массаларының килеүе сәбәпле, тағы ла нығыраҡ йылыта. Йәкшәмбе, 14 февралдә, Башҡортостандың баш ҡалаһында ни бары 2 градус ҡына һалҡын буласаҡ