Өфөлә йылылыҡ өсөн түләүҙәрҙе ҡабаттан иҫәпләү буйынса мәсьәлә әле һаман хәл ителмәгән-һорауҙар күп. «Өфө инженер селтәрҙәре» халыҡтан ғаризалар ҡабул итеүҙе дауам итә. Әлегә 16 мең мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Түләүҙәрҙе ҡабаттан иҫәпләү эшенең үтәлеше Өфө ҡала хакимиәте ултырышында тикшерелде. Салауат Юлаев проспекты һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендәге юл үткәргесте төҙөкләндереү теүәл бер ай элек башланғайны. Ошо арала ул тулыһынса һүтелгән. Юлдар һәм яһалма ҡоролмалар төҙөү һәм ремонтлау идаралығы етәксеһе Константин Паппэ әйтеүенсә, эштәрҙең ваҡытын ҡыҫҡартыу маҡсаты менән эшкә ике төҙөлөш ойошмаһы йәлеп ителгән. Төҙөкләндереү эштәрен 1 сентябргә тиклем тамамлау ҡарала. Сираттағы мәсьәлә — торлаҡ-коммуналь хужалыҡ сығымдары өсөн компенсация. Әлеге ваҡытта Өфөлә 121 мең кеше торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә социаль ярҙам ала. Ҡануниәткә ярашлы, 1 июлдән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ сығымдары өсөн айлыҡ аҡсалата компенсация сығымдар буйынса түләнә. Был түләү ташламаға хоҡуғы булғандар өсөн генә бирелә, түләү тәртибенең үҙ нескәлектәре бар. Ташлама күләме льготалы торлаҡта теркәлгән граджандар һаны, йәшәү өсөн тәғәйен майҙан күләме һәм льготаның категорияһына бәйле. Аҡсалата компенсация граждандың быға тиклем түләгән сығымы өсөн бирелә. Шуға күрә, түләүҙәр буйынса бурыстары бар икән, уға компенсация түләнмәйәсәк. Ултырышта шулай уҡ «Ҡарлы Өфө» интерактив картаға килгән мөрәжәғәттәр ҙә тикшерелде. Ҡала хакимиәте сайтына ебәрелгән ғаризалар коммуналь хеҙмәттәр тарафынан оператив хәл ителә. Кәңәшмәлә башҡалала йәмәғәт транспортының маршрут селтәренең үҙгәреүе, 2021 йылға күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт планы раҫланды.
Өфөлә үткәүел төҙөлөшөн 1 сентябргә тамамлау ҡарала
Тулыраҡ: Өфөлә үткәүел төҙөлөшөн 1 сентябргә тамамлау ҡарала