Руль артында телефондан һөйләшеү фажиғәгә килтерә. Өфөлә юл-патруль хеҙмәткәрҙәре аварияларҙың күбеһе водитель телефондан һөйләшкәнгә һәм мессенджер аша аралашҡанға күрә барлыҡҡа килә, тип иҫәпләй. Өфөнөң дәүләт юл хәрәкәте именлеге дәүләт автоинспецияһы хеҙмәткәрҙәре рейдҡа сығыу менән Газель водителен туҡтатты. Штрафтың күпме икәнен дә, руль артында телефондан һөйләшеү фажиғәгә килтергәнен дә беләм, әммә был минең өсөн мөһим шылтыратыу ине, тип аҡланырға тырышты егет.Рейд ваҡытында туҡталыған барлыҡ водителдәр ҙә бындай хәл башҡа ҡабатланмаясаҡ, телефонды ҡулға тотмайынса ғына һөйләшеү мөмкинлеге биргән техник яйланма ла һатып алырға вәғәҙәләй.Мөһим шылтыратыу ҡабул иткән тағы ла бер водитель. Ҡатын үҙенең ҙур тәжрибәһе булыуға һылтана. Телефон бер туҡтауһыҙ шылтырағас, алырға булдым, ти ул Бер сәғәт эсендә дәүләт автоинспеция хеҙмәткәрҙәре мөһим шылтыратыу ҡабул иткән дүрт водителде туҡтатты. Ниндәй генә кәрәкле шылтыратыу булмаһын, ул кеше ғүмеренән мөһимерәк, түгел, ти инспекторҙар.Руль артында телефондан һөйләшеү, мессенджер аша аралашыу өсөн 1 мең 500 һум штраф ҡаралған. 2020-се йылда ошо сәбәпле Башҡортостанда 11 меңдән артыҡ юл ҡағиҙәһен боҙоусы, ә быйыл 800 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Аварияның төп сәбәбе — кеше факторы, юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәү, шул иҫәптән телефондан һөйләшеп машина йөрөтөү – ти белгестәр. Әгәр ҙә бик мөһим шылтыратыу икән, хәүефһеҙ урынға туҡтап һөйләшергә тәҡдим итә инспекторҙар.
Мөһим шылтыратыуҙың фажиғәле эҙемтәһе
Тулыраҡ: Мөһим шылтыратыуҙың фажиғәле эҙемтәһе