Өфөлә Стәрлетамаҡтағы ковид-госпиталде төҙөүселәр бүләкләнде

Тулыраҡ: Өфөлә Стәрлетамаҡтағы ковид-госпиталде төҙөүселәр бүләкләнде

Премьер-министр Андрей Назаров медицина учреждениеһы төҙөлөшөнә тос өлөш индере-селәргә маҡтау грамоталары һәм рәхмәт хаттары тапшырҙы. Уларҙың араһында инженерҙар, табиптар һәм журналистар бар ине. Киң мәғлүмәт сараларында төҙөлөш барышын тиҙ һәм тулы яҡтартҡан өсөн “Башҡортостан” дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы ла бүләкләнде. Беҙҙең телерадиокомпания ковид-госпиталь рәсми асылғанға тиклем төҙөлөштә эштәр барышын әүҙем яҡтыртты. Ошо нигеҙҙә хатта документаль фильм да төшөрөлдө.