Спорт мәктәптәренә ярҙам

Тулыраҡ: Спорт мәктәптәренә ярҙам

Башҡортостан спорт мәктәптәре биатлон һәм саңғы менән шөғөлләнеү өсөн техника һәм спорт ҡорамалдары алды. Республика етәкселеге хәстәрлеге менән уларға сертификаттар тапшырылды. Бындай ярҙам 90-сы йылдарҙан алып күрһәтелгәне юҡ ине. Хәҙер спорт мәктәптәре алдында яңы мөмкинлектәр асыла. Өр-яңы ҡарғиҙәр һәр спорт мәктәбенең хыялы. Бындай техниканы Юрий Крутько бихисап йылдар көткән. Хәҙер улар ситтән ярҙам һорап йөрөмәйәсәк. Ә үҙҙәре балаларға саңғы һәм биатлон менән шөғөлләнеү өсөн юл һаласаҡ.Башҡортостанда 1 мең самаһы кеше биатлон менән шөғөлләнә. Ә саңғыла йөрөргә яратыусылар меңәрләгән.

Республикала биатлон 1958 йылдан үҫешә. Ошо арауыҡ эсендә беҙҙә юғары оҫталыҡ күрһәткән 100-ҙән ашыу спортсы әҙерләнгән. Улар араһында Олимпия уйындары һәм донъя чемпионаттары еңеүселәре, призерҙары бар.Республикала биатлонға һәм саңғы ярыштарына ҙур иғтибар бүленә. Быны Рәсәй кимәлендә яулаған наградалар раҫлай. Башҡорт биатлон мәктәбенең абруйы йылдан-йыл арта бара, тип иҫәпләй билдәле спортсылар.Башҡортостан етәкселеге ярҙамы менән быйыл беренселәрҙән булып биатлонсыларға һәм саңғысыларға ярҙам күрһәтелде. Өфө, Күмертау, Ишембай, Нефтекама, Октябрский, Белорет ҡалалары һәм Мишкә районы спорт мәктәптәренә техника һәм спорт ҡорамалдары алыуға сертификаттар тапшырылды. Ошондай ярҙам киләсәктә спорттың башҡа төрҙәренә лә күрһәтеләсәк. Өфөлә үҫмер ҡыҙҙар һәм егеттәр араһында биатлон буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары башлана. Сарала уҙыштарға рәсми старт бирелде. Унда Башҡортостан, Мурманск, Ульяновск өлкәләре, Забайкальск крайынан 30-ған спортсы ҡатнаша.