Башҡортостандың 2 мең 114 ауылын берләштергән һәм сәләмәт йәшәү рәүешенә әйҙәгән сара. Республикала “Айыҡ ауыл” конкурсы дауам итә. Финалға 54 ауыл сыҡҡан. Улар араһында Бөрө районының Баҡтыбай ауылы ла бар. Унда “Айыҡ ауыл” конкурсының республика этабы сиктәрендә “Берҙәмлектә – көс” тигән байрам ойошторолдо. “Айыҡ ауыл” конкурсының район этабында еңеү яулаған Баҡтыбайҙар башҡа конкурсант-ауылдарҙа йәшәүселәрҙе байрамға йыйҙы. Ғөмүмән, Баҡтыбайҙар ҡунаҡсыл һәм татыу. Урындағы халыҡтың күп өлөшө марыйҙар булһа ла, бында иңгә-иң терәшеп башҡа милләт вәкилдәре лә йәшәй. Урамдар буйлап үткән милли костюмдар парады ла быға дәлил. Мәҫәлән, Довлатовтар ғаиләһе тажиҡ диаспораһынан. Ысынлап та, һәр милләт вәкиле үҙ мәҙәниәтен сағылдырған концерт номерҙары тәҡдим итте.Бахтыбайҙа ауылдың тарихын ҡәҙерләп һаҡлаған этнография музейы ла эшләп килә. Унда марый халҡының мәҙәниәтен саҡылдырған үҙенсәлекле экспонттар менән танышырға мөмкин.Ялан-урмандар, йылға-күлдәр уратып алған, хозур тәбиғәтле ауылға 1735 йылда нигеҙ һалынған. Ауылдың тарихы 300 йыллыҡ имән менән бәйле. Баҡтыбайға нигеҙ һалыусы Пиктыбай тап ошо урында тәүге йортон төҙөгән. Әле лә урындағы халыҡ был ағасты ҡәҙерләп һаҡлай. Әйткәндәй, унда теләктәр ҙә тормошҡа аша тиҙәр. Конкурсҡа ҡушылғансы ла ауыл халҡы айыҡ һәм сәләмәт йәшәү рәүешен алып барған. Демография хәле лә яҡшыра, уҙған йылда ғына 18 бала донъяға килгән. Йәштәр ауылға ҡайтып, яңы йорттар һалып инә, ауыл ҙурая һәм матурая, ти хакимиәт башлығы.Баҡтыбайҙарҙың айырыуса спортҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныуы ҙур. Олоһонан кесеһенә тиклем саңғыла шыуа белә.Шуға байрам сиктәрендә саңғы эстафетаһының уҙғарылыуы ла осраҡлы түгел. Ир-егеттәр ҡышын да футбол уйынын ташламай. Ҡарҙа булһа ла туп тибә.Байрамға баш ҡаланан мәртәбәле ҡунаҡтар, сығышы менән ошо ауылдан һәм ҡасандыр бында эшләп киткән билдәле шәхестәр ҙә саҡырылғайны.2114 ауыл – был ҙур һан. Тимәк, айыҡ тормош алып барырға теләгән ауылдарҙың һаны йылдан-йыл арта ғына. Финалға 54 ауыл сыҡҡан. Һөҙөмтәләр март айында билдәле буласаҡ. Әйткәндәй, төбәк башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса еңеүселәргә тапшырылған аҡсалата приздың күләме 10 тапҡырға арттырылып, 40 млн һум тәшкил итә. Айыҡ тормоштоң бөтә кешелек өсөн баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә булыуын аңлатаһы ла түгел, был йәһәттән республикала “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә байтаҡ эштәр башҡарыла. Ошондай күңелле лә, файҙалы ла саралар уҙғарылғанда, халыҡтың эске тураһында уйларға ваҡыттары ла, теләктәре лә ҡалмай тигән ышаныс бар. Баҡтыбайҙар һәм ғөмүмән, “Айыҡ” ауыл конкурсында ҡатнашҡан башҡа ауылдар хәмерһеҙ ҙә йәшәп була икәнен күрһәтеүсе өлгө булып тора.
Баҡтыбай-айыҡ ауыл
Тулыраҡ: Баҡтыбай-айыҡ ауыл