Башҡортостан фермерҙары етештергән экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлек сит төбәктәрҙәге кибеттәрҙә лә һатылырға тейеш. Борай районы Яңы Елдәк ауылы эшҡыуарҙары үҙ алдына шундай маҡсат ҡуйған. Ауылда күпләп мал аҫыраусылар, үҙ эшен асыусылар йылдан-йыл арта бара. 2007-се йыл Гәүһәриә һәм Әхләф Зариповтар ҙа фермерлыҡ эшенә тотона. Уларға Дәүләт программалары ярҙамға килә, йүнселдәр эшмәкәрлектәрен киңәйтеп ныҡлы аяҡҡа баҫа. Өфөлә юридик институт тамамлағас Рәмил дә тыуған төйәгенә ата-әсәһенә ярҙам итеү теләге менән ҡайтып эшкә ылығып китә. Тырышлыҡ оҙаҡ көттөрмәй уңыштарын бирә башлай. 2013 йылда хәләл ит һәм ит ризыҡтары цехы сафҡа ингәс эштәр тағы ла йәнләнеп китә. 2016 йылда фермерға Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының махсус программаһы нигеҙендә һыйыр малы һатып алыуға аҡса бирелә. Ҡағыҙҙа барыһы ла еңел кеүек, ә эш башлаһаң аҡса һалырға әҙер булырға һәм тиҙ генә табыш алыу тураһында оноторға кәрәк, ти йәш эшҡыуар. Ҡамыр цехында 20 –гә яҡын кеше эш менән тәьмин ителгән. Ҡатын-ҡыҙҙар бар эште лә ҡул менән башҡара. Бер кеше көнөнә уртаса 30 килограмға тиклем продукция яһай. Әҙер продукция һыуытҡыста бер сәғәт туңдырылып магазин кәштәләренә оҙатыла. 2016 йылда район үҙәгендә Зариповтар “Борай фермеры” тигән беренсе магазинын аса. Хәҙер инде Өфөлә лә дүрт кибет бар. Күптән үҙен фермер эшендә һынап ҡарарға теләгән егет, ата-әсәһе ярҙамы менән малсылыҡ тармағының серҙәренә төшөнә. Тоҡомло 87 һарыҡтан башланып киткән эшкә һыйыр малы, йылҡы үрсетеү ҙә ҡушыла. Фермерҙар мал өсөн аҙыҡты ла үҙҙәре әҙерләй. 812 гектарҙа ашлыҡ сәсеп эшкәртәләр. Шуға күрә йыл әйләнәһенә бесән дә, фураж да артығы менән етә. Хужалыҡ йылҡысылыҡ менән дә шөғөлләнә. Бында әле 60 яҡын мал.... йылҡынан ҡаҙылыҡ, ҡаҡланған, ыҫланған ит ҙур һорау менән ҡуллана. Башҡортостан Рәсәйҙә фермерлыҡ киң үҫешкән төбәктәрҙең береһе. Быға, тәү сиратта, ауылда үҙ эшен асырға теләүселәргә дәүләт ярҙамы ҙур мөмкинлек аса. Ауыл хужалығында эшләүселәр бындай мөмкинлектәрҙе белергә һәм ҡулланып ҡалырға тейеш, ти белгестәр.
Башҡортостан тауарҙары - Рәсәй кибеттәрендә
Тулыраҡ: Башҡортостан тауарҙары - Рәсәй кибеттәрендә