Кеше ғүмерен ҡыйған өсөн яза

Тулыраҡ: Кеше ғүмерен ҡыйған өсөн яза

Өфөнөң Сочи урамында теркәлгән авария буйынса суд ултырышы башланды. Үткән йылдың йәй айында ҡурҡыныс юл фажиғәһендә өс кешенең ғүмере өҙөлгәйне. Сит ил машинаһының руль артында ултырған Эдуард Ғәйнәнов иҫерек булып сыға. Суд ултырышына аварияла һәләк булғандарҙың туғандары ла килгәйне. Ҡот осҡос фажиғәлә Дилфүзә Тошмонова 21 йәшлек улын юғалтты. Уның 23 йәшлек ағаһы бөгөн ауыр хәлдә дауаханала ята. Киров районы судының бүлек етәксеһе Анжелла Сәфиуллина әйтеүенсә, Эдуард Ғәйнәнов ике статья буйынса яуапҡа тарттырыласаҡ. Уның авария мәлендә иҫерек булғаны билдәле. Һуңынан ғәйепләнеүсә үҙ фекерен үҙгәртә. Ғәйебен аңлағандан һуң да аҡланып маташа. Судтың беренсе ултырышында Эдуард Ғәйнәнов үҙен тыныс тотто. Ғәйепләнеүсе 15 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал. Енәйәт Өфөнөң Сочи урамында теркәлде. “Тойота Ленд Крузер” автомобиле ҙур тиҙлектә ВАЗ-2109 автомобиленә бәрелә. Һөҙөмтәлә өс кешенең ғүмере өҙөлә. Сит ил машинаһында ултырған Эдуард Ғәйнәновты шаһиттар иҫерек килеш руль артынан сығара.