Йылылыҡ өсөн саманан тыш түләүҙәр

Тулыраҡ: Йылылыҡ өсөн саманан тыш түләүҙәр

Бынан ары йорттарҙағы иҫәпләү ҡоролмаларындағы мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгө өсөн яуаплы компаниялар һәм етәксе вазифа биләүселәр яуапҡа тарттырылыуы ихтимал. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы федераль законға ошондай төҙәтмәләр индерергә тәҡдим итә. Быға йылылыҡ өсөн саманан тыш түләүҙәр сәбәпсе булды. “БашРТС” ойошмаһы әле йылылыҡ буйынса яңынан иҫәпләүгә ғаризалар ҡабул итә башланы. Улар нисәһенә тиклем ҡабул ителә, нисек яҙырға һәм һорауҙар килеп сыҡҡанда ҡайҙа шылтыратырға? Флорида Ғөзәйерова Өфөнөң Ҡулса урамында урынлашҡан күп ҡатлы йорт старостаһы. Декабрҙә йылылыҡ өсөн ул да дүрт мең һумдан ашыу аҡса түләгән. Айырманы кире ҡайтарыуҙарын һорап пенсионер “БашРТС” компанияһына мөрәжәғәт иткән. Ғаризаны хеҙмәткәрҙәр онлайн рәүештә тултыра. Интернет менән әүҙем ҡулланыусылар өсөн ойошмаға ғариза ебәреү бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Йылылыҡ өсөн килгән квитанцияларҙы яңынан иҫәпләүҙәрен һорап ғаризаны ойошмаға шәхсән килеп йә иһә өйҙә интернет аша яҙырға мөмкин. Ғаризаны “БашРТС” сайтында бирелгән күрһәтмәләргә таянып тултырырға кәрәк. Уны компьютерҙа йә иһә ҡағыҙға яҙып фотоға төшөрөргә һәм сайтта бирелгән электрон почта йәки телефон һандарына ебәрергә мөмкин. Ватсап һандары һеҙҙең экрандарығыҙҙа күрһәтелгән. Йылылыҡ менән тәьмин итеүсе ойошма, офис адрестары һәм кәрәкле телефон һандарын шулай уҡ ай һайын килгән квитанцияларҙа табырға мөмкин. Шылтыратыу дүшәмбенән йомаға тиклем иртәнге 9-сы яртынан киске 6-ға тиклем ҡабул ителә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пенсионерҙарҙың күбеһе интернет менән ҡуллана алмай, шуға ла уларға сиратҡа тороп ғариза яҙырға тура килә. Яңынан иҫәпләүҙәргә 2020 йылдың декабрендә йылылыҡ энергияһы өсөн түләүҙәрҙең ноябрҙәгенән 42 процентҡа күберәк килгән осраҡта ғына өмөт итергә мөмкин. “БашРТС” ойошмаһында сығымдарҙы ҡайтанан иҫәпләүгә ғаризалар 2021 йылдың 15 апреленә тиклем, ә “Өфө инженер селтәрҙәре” ойошмаһы иһә 15 мартҡа тиклем ҡабул итә. Әле теләгән һәр кем “Өфө инженер селтәрҙәре” ойошмаһы сайтында ғаризаларҙың ҡабул ителеү -ителмәүен күҙәтә ала. «Өфө инженер селтәрҙәре» ойошмаһы әле 17000 ғариза ҡабул иткән. Сайтҡа 10 000 ғаризаның һөҙөмтәләре һалынған. Квитанцияларҙы ҡабаттан иҫәпләү-махсус контролдә. Әле йылылыҡ буйынса һорауҙар тыуҙырған күп ҡатлы йорттар буйынса тикшереү үтә. Шуға ла, ғариза яҙып өлгөрмәгән граждандың квитанцияһы дөйөм тикшереүҙән һуң ҡабаттан иҫәпләнеүе ихтимал. Бынан ары йорттарҙағы иҫәпләү ҡоролмаларындағы мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгө өсөн яуаплы компаниялар һәм етәксе вазифа биләүселәр яуапҡа тарттырылыуы ихтимал. Һәр хәлдә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы федераль законға ошондай төҙәтмәләр индерергә тәҡдим итә.