Башҡалабыҙҙың йөҙөк ҡашы “Мираҫ” фольклор йыр һәм бейеү ансамбле социаль селтәрҙәрҙәге рәсми аккаунтта алып барған интернет-акцияларҙан һуң тамашасыларын концерттарға саҡыра. Һағынышлы осрашыуҙар Өфөнөң Ҡала мәҙәниәт һарайында үтә. Ҡала мәҙәниәт һарайына халыҡ концерт башланыр ваҡыттан күпкә иртә ағыла. Яратҡан артистары менән онлайн аралашып арыған йәштәр һәм өлкәндәр ысын сәхнә һулышын һағынған. Сәхнә артында иһә артистар ошондай уҡ һағынышлы хистәр кисерә. Ашҡыныу, тулҡынланыу менән күҙгә-күҙ осрашыуҙы улар кинәнеп көтә. Билдәле сәбәптәр аралашыуҙы сикләргә мәжбүр итһә лә, коллектив тамашасы менән бәйләнеште өҙмәй. “Мираҫ” менән донъя буйлап интернет акцияһы хәҙер сәхнә түрендә. Коллектив был программаны үҙенең буласаҡ юбилейына ла, йәй Өфөлә көтөлгән Бөтә донъя фольклориадаһына ла әҙерлек сараһы, тип баһалай. Сәхнәлә башҡорт, татар, рус халыҡ йыр-бейеүҙәренән тыш, “Мираҫ”тың донъя буйлап бөртөкләп йыйған ижад ынйылары. Улар араһында молдаван, Аргентина, Ҡытай милли номерҙары бар. Музыканттар һәм йырсылар был юлы дүрт премьера әҙерләгән. “Забава” рус халыҡ музыка ҡоралдары ансамбле менән хор башҡарыуында “Когда мы были на войне” тигән өр-яңы композицияны тамашасы йылы ҡабул итте. Сит илдә үткән бихисап халыҡ-ара мәҙәни форумдар һәм фестивалдәрҙә ҡатнашып Башҡортостан данын сағыу танытҡан ансамбль быйыл халыҡ ижадына мөкиббәндәрҙе тыуған ҡалаһы Өфөлә ҡаршы алырға йыйына. Алтынсы Бөтә Донъя фольклориадаһына “Мираҫ” әҙер. Яҡын арала коллектив алыҫ гастролдәргә йыйынмай. Март айында тик Башҡортостан буйлап сығыштар башларға ниәтләй. Ә Өфө тамашасыһын “Мираҫ” йәнә ошо уҡ залда ошо уҡ ваҡытта – Ҡала мәҙәниәт һарайында киске сәғәт етелә – йома, 12 февралдә көтә.
“Мираҫ” концерттарға саҡыра
Тулыраҡ: “Мираҫ” концерттарға саҡыра