Республика прокуратураһы үткән йылда башҡарылған эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны

Тулыраҡ: Республика прокуратураһы үткән йылда башҡарылған эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны

Прокуратураға кешеләр йышыраҡ социаль, торлаҡ, хеҙмәт, медицина хеҙмәтләндереүе өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙар осрағында мөрәжәғәт итә. Генераль прокурор урынбаҫары Сергей Зайцев билдәләүенсә, 2015-се йылда прокуратура органдары ярҙамында 444 миллион һум күләмендә түләнмәгән эш хаҡы ҡайтарылған, 700-ҙән ашыу етем балаға торлаҡ бирелгән һәм эшҡыуарҙар эшмәкәрлеген законһыҙ тикшереүҙең 2 мең ярым осрағы асыҡланған. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов һуңғы ваҡытта финанс пирамидалар һәм торлаҡ төҙөлөшөндә өлөшләтә ҡатнашып алданыусылар һанының артыуына борсолоу белдерҙе.