Көндәрҙең йылыныуы грипп таралыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра. Башҡортостандың егерме биш районы һәм ҡалаһы, шул иҫәптән Өфөләге 305 мәктәп карантинға ябылған. Баш ҡаланың мәғариф учреждениелары етенсе февралдә ҡайтанан асылырға тейеш. Был сусҡа киҙеүе менән бәйле.Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәте ауырыған осраҡта граждандарҙы табиптарға мөрәжәғәт итергә, үҙ белдеге менән дауаланмаҫҡа саҡыра. Сусҡа киҙеүе мәлендә, тәү сиратта, үпкәләр шешә. Халыҡ күп йөрөгән урындарға барыуҙан тыйылырға кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, баш ҡала дарыуханаларында медицина битлектәренә ҡытлыҡ бар. Бер кешегә өс дананан ашыу битлектәр бирелмәй. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда кәм тигәндә 85 кешелә — АШ бер Эн бер сире өлгөләре табылған. Килеп тыуған хәл сәбәпле медицина учреждениеларында эш ваҡыты оҙайтылды.
Башҡортостанда кәм тигәндә 85 кешелә - Р сире өлгөләре табылған
Тулыраҡ: Башҡортостанда кәм тигәндә 85 кешелә - Р сире өлгөләре табылған