Көньяҡ Америкала Зика киҙеүенең таралыуы Рио-де Жанейрола Олимпиаданы ойоштороусыларҙы уңайһыҙ хәлгә ҡуйҙы. Бразилия табиптарының әлегә был ауырыуға ҡаршы бер генә алымы бар, ул да булһа профилактика. Бразилия етәкселеге ауырлы ҡатындарға был илгә килмәҫкә тәҡдим итә.бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ЗИКА киҙеүен халыҡ-ара кимәлдәге ғәҙәттән тыш хәл тип баһаланы.
Төнъяҡ Корея ерҙе күҙәтеү юлдашын йыһанға сығарырҙа ниәтләй. Уның күршеләре иһә Пхеньян алыҫ радиуслы баллистик ракетаны һынай тип белдерә. Көньяҡ Корея етәкселеге белдереүенсә, баллистик ракеталар ҡулланыу БМО-ның именлек советы резолюцияһына тура килмәй.
Украинаның легионер министры Айварас Абромавичус вазифаһынан китә. Был аҙымын ул илдә коррупцияның көслө булыуы, дәүләт аҡсаларын урлаусыларға күҙ йомоп ҡарай алмауы менән аңлатҡан.