1929 йылда яҙыусы Степан Злобиндың «Салауат Юлаев» тарихи романы сыға һәм тиҙ арала популярлыҡ яулай. 1940 йылда режиссер Яков Протазановтың «Салауат Юлаев» нәфис фильмы прокатҡа сыға. Һуғыш йылдарында уны йыш ҡына Ҡыҙыл Армия частарында яугирҙарҙың хәрби рухын күтәреү өсөн күрһәтәләр. “Салауат Юлаев” профессиональ башҡорт киноһындағы тәүге нәфис фильм. Тап ошо таҫма милли режиссура өсөн өлгө булып тора ла инде. Фильмдың тарихы, уның төшөрөү урындары Ишембай районына бәйле. Был төбәктәге Иҫәкәй, Ибрай, Һарғай, Маҡар, Зигановка, Васильевка, Әрмет ауылдары халҡы “Салауат Юлаев” фильмында ҡатнашыуҙы мәртәбә тип һанай. Йәйге күренештәр мәлендә ҡатнашыу өсөн халыҡ кәрәк булғас, урындағы ағас эшкәртеү предприятиеһы, колхоздарҙа эштәр ҙә туҡтатыла. Барлыҡ аттарҙы ла кино авторҙары ҡарамағына тапшыралар. Тамашасылар тау битендә торған йәш малайҙы яҡшы хәтерләйҙер. Был артистың исеме Имәнғол Дәүләтшин. Ул хәҙер етмеш йәшен тултырған. Кадрҙарҙа Салауат Юлаветың улы итеп һүрәтләнгән бәпес иһә ысынында ҡыҙ бала – Нурия Ғиззәтова. Кино таҫмаһында милли герой вариҫы булған сабыйҙың һуңғы яҙмышы аяныслы. Ике-өс йәшлек Нурия һуғыш осорондағы аслыҡ мәлендә ағыулы үлән ашап үлә. Режиссер Яков Протазанов фильмы Маҡар ауылы биләмәһе халҡы өсөн иҫтәлекле ҡомартҡы. Хәҙер инде тарихи факттарға әйләнгән кадрҙарҙың береһе – Салауат Юлаевтан һорау алған урын – таш келәт тә һаҡланған. Был урын ауылдың үҙәк урамдарының береһендәге шәхси йорт хужалары милке. Ишембай районының Белорет менән сиктәш өлөшө тарихи ваҡиғаларға былай ҙа бай. Бындағы Ташкүпер тигән урын, мәҫәлән, әбей батша Екатерина икенсе өсөн һалынған булған. Ҡасандыр, императрица тап ошо ерҙәрҙән уҙырға тейеш булған. Салауат Юлаевҡа Әбелхайыр уҡ атҡан ер ҙә тап Ишембай районындағы кадрҙар. Уҡлыҡая яланындағы был ағас бер –нисә йыл элек сереп ҡолай. Легендар фильмдың һаман да легендалары йәшәй. Бар Башҡортостанға “Салауат мәмерйәһе” исеме менән билдәле өң Кәлимосҡан ҡаяһында.
Бөгөн Яков Протазановтың тыуыуына 135 йыл тула
Тулыраҡ: Бөгөн Яков Протазановтың тыуыуына 135 йыл тула