Башҡортостанда Ковид госпиталдәр ябыла

Тулыраҡ: Башҡортостанда Ковид госпиталдәр ябыла

Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы ла ошо көндәрҙә ғәҙәти эш режимына күсте. КОВИД сәбәпле былтыр асылған госпиталь ябылды. Коридор, тәҙрәләр, һәр палата тулыһынса дезинфекцияланған. Табиптар республика халҡын хәҙер ғәҙәти режимда ҡабул итә. “Ҡыҙыл зона”тип яҙылған табличканы хәҙер алып ташларға ла мөмкин. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы былтыр октябрҙән февралгә тиклем ваҡытлыса ковид-госпиталь статусында эшләгәйне. Ауыр хәлдә ятҡан пациенттар, йоҡоһоҙ төндәр һәм әлбиттә, үҙизоляция... былар хәҙер тик хәтерҙә генә уйылып ҡалды, ти аҡ халатлылар.

Республика халҡын хеҙмәтләндергән дауахана ла ковид-госпиталь булып эшләй тигән бурыс алынғас та, пациенттар икенсе урынға күсерелә, табиптар инеп-сыға торған урындар әҙерләнеп корпус үҙ эшен башлай. Бының өсөн ни бары ике көн талап ителә. Беҙ әле ковид-госпиталдең ҡыҙыл зонаһынан сыҡтыҡ. Коридорҙа табиптар махсус кейемдәрен дезинфекциялай, 15-20 минут тирәһе ултырып тора. Һуңынан, ошо ерҙә ул кейемен сисеп, бүлмәлә күҙҙәрен, танауын һәм ауыҙын дезинфекциялай.

Ковид-госпиталдә 2200-ҙән ашыу пациент коронавирустан дауаланып сыҡҡан. Үпкәләре 100 процентҡаса зарарланыусылар ҙа бар ине, ти табиптар. Һуңғы пациентты 5 февраль көнө дауаханан сығарғандар. Ковид-госпиталдең коридоры, тәҙрәләре, һәр палатаһы тулыһынса дезинфекциялана. Республика клиник дауаханаһы ғәҙәти эш режимына күсте.

Кеше ғүмерен ҡотҡарып ҡына түгел, ә рухи яҡтан да ярҙам итеүсе табиптар һәр ваҡыт эшкә әҙер. Яңыраҡ ҡына ковид-госпиталь булып эшләгән корпуста әле башҡа сирҙәр менән яфаланыусылар дауалана. Табиптарға хәҙер алтышар сәғәт махсус кейемдә, күҙлектә йөрөргә кәрәкмәй. Бер-берең менән яҡындан аралашыу, ҡурҡыу тойғоһонан ҡотолоуҙы беҙ күптән көткән инек, ти улар.