Рәсәйҙә Паркинсон сиренән операцияны тик Өфөлә генә эшләйҙәр

Тулыраҡ: Рәсәйҙә Паркинсон сиренән операцияны тик Өфөлә генә эшләйҙәр

Башҡортостан медицинаһы уникаль алымдары менән алдынғы һыҙыҡта булыуын раҫлап килә. Пандемияға ҡарамаҫтан башҡа төр сирҙәре дауалау ысулдары камиллаша. Паркинсон, йәғни кешенең тән өлөштәре ҡалтырау сиренә операция тик Өфөлә генә эшләнә. Был ауырыу башлыса ололарҙа күҙәтелһә, хәҙер йәштәр араһында ла үҙәк нервы системаһы ҡаҡшау йыш күренеш. Вячеслав Бузаев исемендәге Халыҡ-ара медицина үҙәгенә мөрәжәғәт иткән 57 йәшлек ир Паркинсон ауырыуы менән 12 йылдан ашыу яфалана. Ул хәҙер үҙ аллы хәрәкәт итә лә алмай. Шуға ярҙам һорап табиптарға мөрәжәғәт иткән.

Сирҙең төп сәбәбе — баш мейеһе олононда нервы күҙәнәктәренең үлеүе. Шуға Паркинсон ауырыуын тулыһынса дауалап булмай, әммә операция ярҙамында уның симптомдарын-ҡалтыраныуҙарҙы баҫырға мөмкин. Пациенттың сәсен ҡырып алғандан һуң, башына махсус шлем беркетелә. Ул шлем меңдән ашыу ультратауыш датчиктары менән йыһазландырылған. Операция бик ҡатмарлы, сөнки миллиметрға тиклем теүәллек талап ителә.

Әҙерлек бер сәғәт, ә операция үҙе 5-6 сәғәт тирәһе дауам итә. Пациент магнит-резонанс томографияһы өҫтәленә урынлаштырыла. Ә табип-нейрохирургтар компьютер аша кешенең мейеһен күҙәтә һәм ультратауыш нурҙары менән ситтән тороп идара итә.

Операция мәлендә Өфө белгестәренә Мәскәү, Санкт-Петербург һәм сит илдән хеҙмәттәштәре видеобәйләнеш аша консультация үткәреп, кәңәштәр биреп тора. Сөнки Башҡортостанда бындай үҙенсәлекле алымды былтыр ғына ҡуллана башлағандар. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә улар ауыртыуҙарһыҙ, яраһыҙ һәм наркозһыҙ ғына бихисап сирленең йәшәү сифатын яҡшыртҡан. Улар иҫәбендә Ырымбурҙан билдәле дирижер Виктор Китов-Байкальский ҙа бар. Әйткәндәй, операциянан һуң, пациент тиҙ генә аяҡҡа баҫа һәм көнөндә үк ҡайтып китә ала.

Паркинсон ауыры арҡаһында барлыҡҡа килгән ҡалтыраныуҙарҙан арынырға ярҙам иткән операцияны бөтә Рәсәй буйынса бында Өфөлә Халыҡ-ара медицина үҙәгендә генә эшләйҙәр. 2020 йылдың майынан башлап, ошондай ультратауышлы 28 операция үткәрелгән. Пациенттар Башҡортостандан ғына түгел, Рәсәй һәм сит илдәрҙән дә киләләр.