Башҡортостан спортсылары ҙур еңеүҙәр яулауын дауам итә. Руслан Яманбаев ошо көндәрҙә сираттағы еңеү менән ҡайтты. Мәскәү ҡалаһында үткән EFC турнирында Күскенсе (Кочевник) ҡушаматын йөрөткән башҡорт егете Әзербайжан һуғышсыһы менән алышып карьераһындағы туғыҙынсы еңеүен алды. Карьераһындағы туғыҙынсы еңеүен Руслан Яманбаев лайыҡлы ҡаршылай. Венер Ғәлиевтың юлын дауам итеүсе егет бөгөн төрлө промоушендар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Һәр ярышҡа яйырым ҡараш һәм махсус әҙерләнеүҙәр, ти көрәшсе. Руслан Яманбаев Дәүләкән районында тыуған. Ул республика һәм Волга буйы Федераль округы ярыштарында уңышлы сығыш яһағандан һуң үҙен юғарыраҡ турнирҙарҙа һынап ҡарарға була. Русландың етеҙлеге, тырышлығы еңеүгә алып килә ти тренер Александр Силантьев. Бынан тыш һәр күнекмәләр өсөн айырым программа һәм махсус диета ла ҡаралған. Бөгөн Руслан Яманбаев өлгөһөндә уның менән бер клубта йәш спортсылар ҙа шөғөлләнә. ММА Федерацияһының Нефтекама ҡалаһындағы филиалы етәксеһе Фәһим Низамов әйтеүенсә, Русландың һәр еңеүе йәштәргә дарман өҫтәй. Бер-нисә көн ял иткәндән һуң Руслан киләһе ярыштарға әҙерлек башлай. EFC проумошены менән контрактка ярашлы уның тағы ла өс сығышы ҡалған. Башҡорт егетенең маҡсаты – яҡын арала ЮФС майҙанына сығыу.
Руслан Яманбаев донъя ареналарына ынтыла
Тулыраҡ: Руслан Яманбаев донъя ареналарына ынтыла