Республика Башлығы оператив кәңәшәлә был хәлгә тәнҡит белдерҙе һәм аныҡ тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты. Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылында башҡарылырға тейешле саралар ҙа аныҡлыҡ талап итә. Оператив кәңәшмә йола буйынса етәксе вазифаларҙағы үҙгәрештәрҙе барлау менән асылды. Архангель районы менән Айрат Сәитғәлин етәкселек итәсәк. Министрҙар кабинетында ла яңы кеше – Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп Эльмира Туҡанова тәғәйенләнде. Сығышы менән Ейәнсура районы ҡыҙы, быға тиклем Свердловск өлкәһендә ошо уҡ тармаҡты үҫтереүгә ҙур өлөш индергән. Ә бына Салауат районы хакимиәте башлығына Радий Хәбиров эштән бушатыу менән янаны. Быға муниципалитет етәксеһенең Янғантау шифаханаһы менән аңлашмаусанлығы сәбәпсе. Коронавирус асыҡланған кешеләр һаны республикала 27 меңгә яҡынлаша, көндәлек күрһәткес 150-160 тирәһендә һаҡлана. Башҡортостанда вакцинация әүҙем бара, әлеге көнгә 42 мең ярым кеше прививканың беренсе компонентын һалдырған, шуларҙың 12 меңдән ашыуы икенсе дозаны алған. Ситуация үҙәгенә шылтыратыуҙарҙың да 45 проценттан ашыуы прививка яһатыу, уны бушлай алыу, сират һорауҙарына бәйле. Хәл яҡшыра, әммә сикләүҙәрҙе алырға иртәрәк, тине Радий Фәрит улы.Халыҡ сәләмәтлеген беренсе урынға ҡуйған программаларҙың береһе – “Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы”н уҙғарыу тураһындағы доклад бөгөн ишетелмәне. Радий Хәбиров бының өсөн яуаплы Ленара Иванова әҙерләгән документты тәнҡитләп үлем статистикаһын кәметеүҙе тәүмаҡсат итеп билдәләргә ҡушты. Тәүмаҡсатты тормошҡа ашырыр сара – диспансеризация ла был аҙнанан тергеҙелә. Ауырыуҙарҙы алдан иҫкәртеү мөһимлеген чиновниктар аңлап үҙ миҫалында халыҡҡа еткерергә тейеш. Башҡорт дәүләт һәм Өфө дәүләт авиация-техник университеттарын берләштереү Юғары уҡыу йорттары араһындағы конкурентлыҡҡа һәләтлелекте һаҡлап ҡалыуҙың берҙән-бер юлы, мәсьәләне аңламағандарҙың быға ҡыҫылырға хаҡы юҡ, тине Радий Хәбиров ВУЗ-дарҙы берләштереүгә ҡаршылыҡ күрһәтеүселәргә мөрәжәғәт итеп. Ҡаршылыҡ һәм баҫым менән Өфө мэрияһына төҙөлөш компаниялары ябырылған. Республика Башлығы Башҡортостан прокуратураһына тикшереү уҙғарырға ҡушты.Борсолорға мәжбүр иткән статистика йыл башынан янғындарҙа һәләк булыу осраҡтарына бәйле. Төбәк етәксеһе Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетына аныҡ тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.
Башҡортостанда янғындарға бәйле үлем осраҡтары арта
Тулыраҡ: Башҡортостанда янғындарға бәйле үлем осраҡтары арта