Янғын республикала йәнә бер ғаиләне йортһоҙ ҡалдырған

Тулыраҡ: Янғын республикала йәнә бер ғаиләне йортһоҙ ҡалдырған

Был юлы Баҡалы районының Бозор ауылындағы Зайцевтарға бәлә төшкән. Уларҙың өйҙәре һәм ғүмер буйы йыйған мөлкәте бер төн эсендә көлгә әйләнгән. Хужалар ярҙам һорарға ҡыйынһынһа ла, янғында ҡаза күреүселәргә районда кейем-һалым һәм аҡса йыйыу ойошторолған. Төнгө сәғәт берҙә хужалар йоҡларға ятырға йөрөгән саҡта сит тауыштар ишетеп ҡала.Янғын сарлаҡта электр сымдарының ҡыҫҡа ялғанышынан сыҡҡан, тип иҫәпләй хужа. Оҙаҡ ҡына быҫҡып ятҡан осҡон һауа ингәс, ҡабынып киткән. “Ялҡын бер-нисә минут эсендә тулыһынса йортто ялмап ала. Ярай әле, йоҡлап ятҡан балаларҙы уятып, тышҡа алып сығып өлгөрҙөк, ти Лиана.Янғын һүндереүселәр тиҙ килеп еткән. Әммә йортто ҡотҡарып ҡалыу мөмкин түгел инетип иҫләй Зайцевтар. Иң мөһиме — күрше өйҙәргә һәм төҙөлөштәргә уттың таралыуына юл ҡуйылмаған. Ошо урында 1993 йылда атаһы бура ултыртып биргән һәм Павел үҙе яйлап ҡына йортто төҙөп бөтөп, башҡа сыҡҡандар. 5 йыл элек йортҡа төкәтмә һалған, ә быйыл иһә яңы ғына ремонт яһап, бөтә мебель һәм техникаларҙы яңыртҡан. Ошо семәрләп эшләнгән уйынсыҡ һымаҡ, йортто ла хужалар үҙ көстәре менән бөртөкләп һалып ингән. Янғында көлгә әйләнгән бөтә мебель: карауаттар, өҫтәл һәм хатта ултырғыстарҙы ла Павел үҙ ҡулдары менән эшләгән. Йорт, кейем-һалым һәм башҡа әйбер менән бергә ғаилә ағзаһылай күргән ҡоштар ҙа утта көлгә әйләнгән. Ҡыш уртаһында йортһоҙ тороп ҡалған өс балалы Зайцевтар ғаиләһе ваҡытлыса ағаһында урынлашҡан. Шулай ҙа, эт һәм ҡуяндарын ашатырға үҙ нигеҙҙәренә көн һайын киләләр.Янғында торлаҡһыҙ ҡалған ғаиләгә районда ярҙам ойошторолған: кеше бәләһенә битараф булмағандар кейем-һалым һәм аҡса йыя. Изге эшкә теләгән һәр кем ҡушыла ала. Экрандарҙа күргән һандар буйынса Лиана Зайцеваның иҫәп картаһына аҡса күсереү мөмкинлеге бар. Хужалар кешеләргә мөрәжәғәт итергә ҡыйынһынһа, ла уларҙың яҙмышына вайымһыҙ булмағандарҙың ярҙамын ҡабул итергә әҙер. Тотош йорт-ҡура, ғүмер буйы йыйған мөлкәттәре көн эсендә көлгә әйләнһә лә, төшөнкөлөккә бирелмәй Зайцевтар. “Киләсәк тураһында уйлауы ауыр, әммә балалар хаҡына тиҙ арала аяҡҡа баҫырға кәрәк. Үҙебеҙ иҫән икән – ҡалғаны буласаҡ,” ти улар.