Башҡортостан-дуҫлыҡ һәм татыулыҡ төйәге

Тулыраҡ: Башҡортостан-дуҫлыҡ һәм татыулыҡ төйәге

Халыҡ иҫәбен алыу барышында һәр кем теләһә бер нисә төрлө милләткә ҡарауын теркәй ала. Был хаҡта Өфөлә милли мөнәсәбәттәр буйынса Федераль агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары Михаил Мишин белдерҙе. Ведомство һәм Рәсәй Федерацияһы йәмәғәт палатаһы вәкилдәре Башҡортостанда дәүләт милли сәйәсәтенең бойомға ашырыу бурыстары тураһында фекер алыша. Төбәк форумында ҡатнашыусылар илдә көтөлгән ике ҙур сара – Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу һәм дәүләт Думаһына депутаттар һайлау — алдынан Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы биш йыл элек ойошторған Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәгенең эш тәжрибәһен өйрәнә. Республикала милләт-ара һәм конфессия-ара татыулыҡҡа килтергән алымдарҙы баһалай, дәүләт, йәмәғәт ойошмаларының берҙәм уңышлы хеҙмәттәшлеге тәжрибәһен Рәсәй төбәктәрендә файҙаланыу мөмкинлектәрен барлай.