Яратамфест-боҙҙа дискотека

Тулыраҡ: Яратамфест-боҙҙа дискотека

Хәҙер икенсе йыл Өфөлә Динамо стадионында Башҡортостан 24 телеканалы һырғалаҡта дискотека ойоштора. “Яратам Fest” – сәләмәт тормош һәм мөхәббәт байрамы – ғашиҡтар көнөндә үтте. Һырғалаҡта балалар ҙа, йәштәр һәм ололар ҙа билдәле артистар менән бергә күңел асты. Конькиҙа шыуыу күптәрҙең яратҡан шөғөлө. Ғашиҡтар көнөндә йәш елкенсәк кенә түгел, бәләкәй балалар ҙа, өлкәндәр ҙә күңел асты, бейеп алды.Ысынлап та, Динамо стадионы дискотека майҙансығына әүерелде. Һырғалаҡта конькиҙа шыуыусыларҙың кәйефтәрен күтәреп, “Яратам fest” сараһын “Сплэш” барабансылары шоуы башлап ебәрҙе. “Динамо” стадионы һырғалағында дискотека Башҡортостан 24 телеканалы тарафынан икенсе йыл ойошторола. Халыҡ ҡәҙимге сараны һағынған. Боҙҙа 2 меңгә яҡын кеше йыйылды. Ғашиҡтар көнөндә парҙар сәхнәлә үк үҙ мөхәббәтен белдерә алды. “Башҡортостан 24” телеканалының алып барыусылары төрлө конкурстар үткәрҙе һәм бүләктәр таратты. Сәхнәлә егеттәр үҙ көстәрен дә һынап ҡараны. Һөйгән йәрҙәрен ҡулға тотоп, күнекмәләр эшләне. “Динамо” стадионы һырғалағы Өфөлә иң ҙур майҙандарҙың береһе, уның күләме 20 мең квадрат метр тирәһе. Башҡаланың иң төп спорт комплекстарының береһе тарихҡа бай. Был һырғалаҡта хәҙер әллә күпме быуын вәкиле конькиҙа шыуырға өйрәнә. Тамашасылар Алтынай Вәлитов, Ришат Рәхимов, “РайтДенс” бейеү мәктәбе артистары, Зәйнетдин этно-төркөмө йыр һәм бейеүҙәренә дәртләнеп рәхәтләнеп ял итте. Сәләмәт тормош һәм мөхәббәт байрамы 5 сәғәттән ашыу барҙы. “Боҙло” кисә Диджей Фәтих һайлап ишеттергән көйҙәр менән тамамланды. Башҡортостан 24 телеканалы менән Динамо стадионы киләһе йылдарҙа ла ошондай берҙәм саралар ойошторасаҡ.