Өфөләге “Эрмитаж” торлаҡ комплексын өлөшләтә төҙөүселәр һөйөнөс кисерә. Оҙаҡ йылдар алданған өлөшсө тип иҫәпләнгән 269 кешегә фатир асҡыстары тапшырылды. Ғәлисә Саматова ҡыҙы бүләк иткән бер бүлмәле фатир асҡысын өс йыл көткән. Төҙөлөштөң уңышлы тамамланырына өмөттө юғалтманыҡ, ти ханым. Иркен, яҡты бүлмәләрҙә хәҙер ул үҙе теләгәнсә биҙәү эштәрен йәйелдерергә ниәтләй. “Эрмитаж. Горсовет” торлаҡ комплексы төҙөлөшөн “Госстрой” компаниялары төркөмө 2013 йылдың декабрендә башлап 2019 йылда файҙаланыуға тапшырырға вәғәҙә итә. Финанс ҡатмарлыҡтар сәбәпле төҙөүселәр комплексты тулыһынса сафҡа индерә алмай. 2020 йылдың яҙында проектты яңы инвестор — “Садовое кольцо” компаниялары төркөмө үҙ иңенә ала. Һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә өлөшсөләргә фатирҙарын тапшырыуға өлгәшә. Был юлы өсөнсө секция фатир хужалары асҡыс алды.
Алданған өлөшсөләргә фатир асҡыстары тапшырылды
Тулыраҡ: Алданған өлөшсөләргә фатир асҡыстары тапшырылды