Юбилей объекттары

Тулыраҡ: Юбилей объекттары

Баш ҡаланың 450 йыллығына мәҙәни объекттар реконструкцияланыр, тип көтөлә. Был мәсьәләне республика башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Ольга Любимова менән осрашыуҙа күтәрҙе. Ниндәй объекттар әлегә исемлеккә ингән? Өфө дәүләт циркына инеп булмай, уның ишектәре суд приставтары тарафынан бикләнгән. Бынан ярты быуат элек төҙөлгән циркты 2017-се йылда япҡандар, сәбәбе лә асыҡ: бинаға етди ремонт талап ителә. Сығыш яһаған хайуандар ваҡытлыса икенсе цирктарға тапшырылған, әле бында ни бары директор, ҡарауылсы һәм бухгалтер ғына эшләй. Элек хайуандар, акробаттар сығышын күҙәтергә сират йыйыла торғайны, ти хеҙмәткәрҙәр. Бинаға тулы ремонт күптән талап ителгән. Циркты реконструкциялау мәсьәләһен республика башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә үткән эш сәфәрендә күтәрҙе. Ул Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Ольга Любимова менән осрашыуҙа Өфөнөң мәҙәни объекттарын реконструкциялау һәм ремонтлау өсөн федераль финанслау мөмкинлектәрен тикшерҙе.Рус драма театры ла – реконструкциялауға мохтаж. Был объект та Мәскәүҙә үткән осрашыуҙа ҡаралды. Рус драма театрының сәхнә һәм залы 20 йыл ремонт күрмәгән. Бынан тыш, яҡтыртыу һәм тауыш ҡоролмаларын яңыртыу маҡсаты ҡуйылған. Иҫкеләре иһә 1982-се йылдан алып хеҙмәт итә.Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының киләсәге лә күп һорауҙар тыуҙыра. Был бина күп ҡатлы йорт һәм китапхана менән тоташып, бер үк адреста иҫәпләнә. Театрҙа грим эшләү һәм ҡурсаҡтарҙы һаҡлау бүлмәләре, тамашасылар өсөн буфет юҡ.Урындарҙың тығыҙ булыуы Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының төп проблемаларының береһе. Ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәрең хатта эш бүлмәһе лә юҡ. Бында, мәҫәлән, рәссамдар ултыра. Был урында бүлмә тип түгел, ә коридор тиергә мөмкин. Сөнки тап ошонан башҡа хеҙмәткәрҙәр икенсе урынға сығып йөрөй. Бүлмә түбәләренән йыл һайын һыу аға, театр машиналары өсөн гараж, ә тамашасылар автомобилдәре парковка урындары менән тәьмин ителмәгән. Өҫтәүенә, театр күптән инде капиталь ремонт күрмәгән. Урта быуат үҙенсәлекле табыштарын яҡшы шарттарҙа һаҡлап, киләсәк быуынға тапшырыу һорауы ла йылдар буйына күтәрелә. Өфө ике ҡаласығында, мәҫәлән, 2006-сы йылдан алып ҡаҙаныу эштәре алып барыла. 120 меңдән ашыу артефакт(ҡомартҡы?) әле подвалда һаҡлана. Ҡаҙып алынған тарихи берәмектәр махсус температурала ятырға тейеш, әммә әлегә бындай мөмкинселек юҡ, ти хеҙмәткәрҙәр.Һанап кителгән объекттар Өфөнөң 450 йыллығына реконструкцияланыр, тип көтөлә. Ремонт эштәренең ҡасан башланыуы әлегә билдәһеҙ.