Фирҡәләрҙе етди һынау көтә

Тулыраҡ: Фирҡәләрҙе етди һынау көтә

Берҙәм Рәсәй фирҡәһенең төбәк бүлексәһен башҡа партиялар кеүек етди һынау көтә. Быйыл сентябрь Дәүләт Думаһына һайлауҙар үтә. Был 2021-се йылға төп маҡсат. Бүлексәнең уҙған йылдағы эшмәкәрлеге партия етәкселеге тарафынан юғары баһаланған. Ошо һәм башҡа мәсьәләләр Берҙәм Рәсәй фирҡәһенең төбәк бүлексәһе президиумының киңәйтелгән ултырышында ҡаралды. Йәштәр беҙҙең киләсәгебеҙ. Президиум ултырышында, тәү сиратта, киләсәк быуын менән эшләү алымдары тикшерелде. Студенттарҙы һәм уҡыусыларҙы интернеттан сығарып, күберәк күҙмә-күҙ осраштырыу кәрәклеге тураһында әйтелде. Әммә, социаль селтәрҙә лә эш туҡтатылырға тейеш түгел. Ҡайһы бер фирҡә ағзалары һәм депутаттарҙың Бәйләнештә, Инстаграм, Фейсбук кеүек социаль селтәрҙәге эшмәкәрлеге тәнҡитләнде. Улар бик һүлпән мәғлүмәт еткерә, ә ҡайһы берәүҙәрҙең бөтөнләй сәхифәһе юҡ. Фирҡә ағзаларына интернет киңлектәрендә әүҙем эшләргә, сәхифәләр булдырырға һәм уларҙы даими тикшереп, халыҡ менән аралашып торорға кәңәш ителде. Уҙған йылда Өфөгә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» тигән исем бирелде. Уға ярашлы, баш ҡалала стелла ҡуйыласаҡ. Ошо көндәрҙә монументтың урынын һайлау тамамланды. Фекер белешеүҙә 17 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Уларҙың 66 проценттан ашыуы стелла Өфөнөң төньяҡ өлөшө – Черниковка биҫтәһендә ҡуйылырға тейеш, тип иҫәпләй. Башҡортостанда йылылыҡ өсөн артыҡ яҙылған сумманы ҡайтанан иҫәпләп, ҡайтара башланылар. Проблема республикала бихисап кеше өсөн көнүҙәк. Тикшереү апрель аҙағына тиклем дауам итәсәк. Был йәһәттән партия ҡарамағында эшсе төркөм булдырылған. Мәсьәләгә президиум ултырышында ла ҙур иғтибар бүленде.Берҙәм Рәсәй фирҡәһенең Башҡортостан бүлексәһе эшмәкәрлеге уҙған йылда башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда иң яҡшыһы тип танылған. Әммә, хәл итәһе мәсьәләләр ҙә байтаҡ. 2020 йылда активтың 580 кешеһе сирләп киткән һәм даими ярҙам итә алмаған. Сафтан төшөп ҡалғандар ҙа бар. Шуға быйыл ағзаларҙы арттырыу, партия вәкилдәрен йәшәртеү бурысы тора.Президиум ултырышында уңышҡа ирешкән ирекмәндәр, алдынғы ағзалар һәм район бүлексәләре тәбрикләнде. 2020 йыл һөҙөмтәләре буйынса Берҙәм Рәсәй фирҡәһенең Мәсетле һәм Стәрлетамаҡ районы, Күмертау ҡалаһы бүлексәләре юғары һөҙөмтәләргә ирешкән.