Бынан ары йорттарҙағы иҫәпләү ҡоролмаларындағы мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгө өсөн яуаплы компаниялар һәм етәксе вазифа биләүселәр яуапҡа тарттырылыуы ихтимал. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы федераль законға ошондай төҙәтмәләр индерергә тәҡдим итә.Быға йылылыҡ өсөн саманан тыш түләүҙәр сәбәпсе булды. “БашРТС” ойошмаһы әле йылылыҡ буйынса яңынан иҫәпләүгә ғаризалар ҡабул итә башланы. Уны “БашРТС” сайтында бирелгән күрһәтмәләргә таянып тултырырға кәрәк. Йылылыҡ менән тәьмин итеүсе ойошма, офис адрестары һәм кәрәкле телефон һандарын шулай уҡ ай һайын килгән квитанцияларҙа табырға мөмкин. Шылтыратыу дүшәмбенән йомаға тиклем иртәнге 9-сы яртынан киске 6-ға тиклем ҡабул ителә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пенсионерҙарҙың күбеһе интернет менән ҡуллана алмай, шуға ла уларға сиратҡа тороп ғариза яҙырға тура килә. Яңынан иҫәпләүҙәргә 2020 йылдың декабрендә йылылыҡ энергияһы өсөн түләүҙәрҙең ноябрҙәгенән 42 процентҡа күберәк килгән осраҡта ғына өмөт итергә мөмкин. “БашРТС” ойошмаһында сығымдарҙы ҡайтанан иҫәпләүгә ғаризалар 2021 йылдың 15 апреленә тиклем, ә “Өфө инженер селтәрҙәре” ойошмаһы иһә 15 мартҡа тиклем ҡабул итә.
Мәғлүмәт дөрөҫ түгел икән-яуап бир
Тулыраҡ: Мәғлүмәт дөрөҫ түгел икән-яуап бир