Көнкүреш ҡалдыҡтарын ҡайҙа тапшырырға? Дыуан районында йәш эшҡыуар бәләкәй предприятияларға ҡалдыҡтар менән эш итеү мәҙәниәтен индергән. Хәҙер һәр магазин хужаһы ҡатырға һәм пластик шешәләрҙе айырым йыя. Дыуан районында урынлашҡан “Таҙа планета” ойошмаһы бер-нисә йыл дауамында республиканың төнъяҡ-көнсығыш райондарында көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу менән шөғөлләнә. Ойошма етәксеһе Марат Сафин белдереүенсә, ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында, урындағы халыҡ та быға әүҙем ҡушыла. Бер-нисә йыл эсендә йүнсел эшҡыуар төрлө кибеттәргә ҡалдыҡтар менән эш итеү мәҙәниәтен индергән. Һәр магазин өс-дүрт көн дауамында ҡатырға һәм пластик шешәләрҙе айырым йыйып ҡуя. Артабан көнкүреш ҡалдыҡтары шаҡмаҡ итеп тығыҙлана. Әле республика райондарында көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым сорттарға бүлеп, уларҙы махсус заводтарға оҙатыу тәжрибәһе үҫешә генә. Шулай ҙа бер-нисә йыл эсендә был эште юғары кимәлгә күтәрергә мөмкин, ти эшҡыуар. Предприятие әле айына илле тоннанан ашыу көнкүреш ҡалдыҡтарын тығыҙлап төрлө заводттарға оҙата. Мәҫәлән, Свердловск өлкәһенә оҙатылған пластик шешәләр урынына алмашҡа бесән бәйләр өсөн тәғәйенләнгән шпагат килә. Әгәр ҙә ун йыл элек республикала көнкүреш ҡалдыҡтарының ни бары 15 проценты артабан ҡулланыуға йүнәлтелһә, хәҙер иһә был күрһәткестәр бер-нисә тапҡырға артты. Мәҫәлән, был предприятияла ғына айына уртаса 30 тонна ҡатырға һәм 20 тонна пластик шешә эшкәртеүгә оҙатыла. “Таҙа планета” предприятияһы республиканың төнъяҡ-көнсығышының 5 районында эшләй. Урындағы район хакимиәтенән белдереүҙәренсә, киләсәктә йәш эшҡыуар менән берлектә ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу линиялары булған полигондар төҙөү планлаштырыла. Башҡортостанда йыл һайын өс миллион тоннаға яҡын көнкүреш ҡалдығы йыйыла. Ил буйынса йыйылған ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары йыл һайын уртаса 10 процентҡа арта.
Ҡалдыҡтар менән эш итеү мәҙәниәте
Тулыраҡ: Ҡалдыҡтар менән эш итеү мәҙәниәте