Талантлы ҡурайсы Юлай Ҡасимов Башҡортостан-24 телеканалы менән берлектә үҙенең беренсе концертына әҙерләнә. Мюзик хол-27 комплексында үтәсәк үҙенсәлекле сарала тамашасы башҡорт халыҡ көйҙәренең тарихы һәм уның заманса яңғырашы менән таныша аласаҡ. Программала шулай уҡ Юлайҙың ижадташ дуҫтары ҡатнаша. Концерттың маҡсаты – ул күңел асыу ғына түгел, ә башҡорт ҡурайының, башҡорт халыҡ көйҙәренең һәм ғөмүмән милләтебеҙҙең тарихын яңы форматта, йәғни, заманса стилдә замандаштарыбыҙға еткереү, ти ҡурайсы.
Халыҡ көйҙәре заманса яңғыраш аласаҡ
Тулыраҡ: Халыҡ көйҙәре заманса яңғыраш аласаҡ