Рәсәй Иҡтисади үҫеш министры Алексей Улюкаев билдәләүенсә, ҡара алтындың бер барелле 25 долларҙан кәм торғанда ла, инфляция 10 проценттан артмаясаҡ. Ведомство быға тиклем әҙерләгән планға ярашлы, нефть 50 долларҙан һатыла, ә хаҡтар йыл дауамында 6 ярым процентҡа етергә тейеш ине. Әлеге ваҡытта ҡара алтындың бер мискәһе сама менән 30 долларға һатыла. Ошондай шарттарҙа инфляция 6 ярым проценттан юғарыраҡ булыуы ихтимал, әммә 10 процент кимәлен үтмәй тип ышандыралар.
Нефткә түбән хаҡтар инфляцияға ҙур йоғонто яһамай
Тулыраҡ: Нефткә түбән хаҡтар инфляцияға ҙур йоғонто яһамай