Хәүефһеҙ юл киҫелеше

Тулыраҡ: Хәүефһеҙ юл киҫелеше

Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе ошондай акция иғлан итте. Ул юл һәләкәттәрен иҫкәртеү маҡсатында ойошторола. Статистика мәғлүмәттәре буйынса тимер юл киҫелештәрендә үткән йылда ғына 14 юл-транспорт фажиғәһе, бер үлем осрағы теркәлгән. Тимер юлы вәкилдәре белдереүенсә, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙең икенән бер осрағында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған водителдәр үҙҙәре ғәйепле. Тимер юл киҫелештәренең иң ҡурҡынысы – шлагбаум йәиһә башҡа төр барьер менән йыһазландырылмағаны. Ә иҫкәртеүсе юл билдәһе генә „тәүәккәл„ водитель өсөн кәртә түгел. Семафор ҙа эшләмәһә, поезд алдынан үтеп өлгөрөргә ашығыусылар етерлек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өлгөрмәүселәр ҙә бар. Ике йыл элек Нагаево ауылына барған юл киҫешендә йәш ҡатын һәләк булды, үткән йылда ошо уҡ урында йәнә бер ғәҙәттән тыш хәл теркәлде, был юлы ҡорбанһыҙ.Шлагбаум һәм автоматик барьерҙар ҡуйылған юлда ла ғәҙәттән тыш хәлдәр осрай. Интернетта поезд менән автомобиль, автобус һәм мотоцикл бәрелешкәнен һүрәтләгән яҙмалар көн дә тиерлек яңыра. Һуңғы йылдарҙа Өфөлә ҙур авариялар булмаһа ла, ҡағиҙәләрҙе тупаҫ боҙоуҙар билдәле. Ҡала биләмәһендәге иң ҙур Сафроново юл киҫешендә көн дә тиерлек шлагбаумды урап үтеү, семафорҙың ҡыҙыл утын һанға һуҡмау осраҡтары теркәлә.Тимер юлды киҫкәндә етдилекте талап итеү маҡсатында ойошторолған акция барышында Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе вәкилдәре иҫкәртеүсе саралар үткәрә.Бындай саралар даими ойошторола. Тимер юлсылар фекеренсә, уларҙың файҙалы һөҙөмтәһе бар – үткән йылда 2014-се менән сағыштырғанда фажиғәле осраҡтар һаны кәмей төшкән.