Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Грецияла пенсия һәм социаль страховкаллау реформаһына ҡаршы акциялар үтә. Урамдарға 50 мең самаһы кеше сыҡҡан. Полиция менән бәрелештәрҙә йәрәхәтләнеүселәр бар.

Сүриәлә Алеппо виләйәтендә башар Асад ғәскәрҙәре Рәсәй авиацияһы ярҙамында ике ҡаланы азат иткән. Террорсыларҙы ҡорал, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү юлдары ябылған.

Греция менән Македония сигендә 9 мең мигрант йыйылған. Улар Германияға үткәреүҙе талап итә. Әммә Македония таксистар эш ташлау сәбәпле сиктәрҙе япҡан.

Бөтә Донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы Зика вирусының енси юл менән таралыу ихтималлығына борсолоу белдерә. Белгестәр фекеренсә, был осраҡта киҙеүгә ҡаршы көрәш ҡатмарлаша.