“Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһы төбәк муниципалитеттары менән килешеп ҡала маршруттарында йәмәғәт транспортында йөрөүгә яңы хаҡтар билдәләне. 1 марттан билет хаҡын ҡулаҡсаға һәм банк картаһы ярҙамында 29 һумға, “Алға” картаһы менән 23 һумға һатып алырға мөмкин. Берҙәм социаль билет хаҡы шул килеш, 600 һум булып ҡала. Хаҡтар артыуын предприятиела энергия ресурстарына һәм яғыулыҡ- майлау материалдарына хаҡ артыу менән аңлаталар. Шуға ҡарамаҫтан, Башҡортостанда йәмәғәт транспортында йөрөү, күрше төбәктәр менән сағыштырғанда, иң арзаны булып ҡала. Етмәһә, Алға картаһы ярҙамында йыл дауамында күп кенә аҡсаны янда ҡалдырырға мөмкин.
Йәмәғәт транспортында йөрөүгә яңы хаҡтар билдәләне
Тулыраҡ: Йәмәғәт транспортында йөрөүгә яңы хаҡтар билдәләне






