Хужаһыҙ эттәр мәсьәләһе һәр саҡ көнүҙәк булып ҡала. Айырыуса ошо арала урам, юлдарҙа өйөр-өйөр йөрөгән эттәр халыҡ араһында хафаланыу тыуҙыра. Һәр кем балалары өсөн ҡурҡа. Белорет районында ҡатын бәләкәй ҡыҙы менән эттәр һөжүменән ҡаласыҡ башына менеп ҡотолған. Бала ҡурҡышынан илай, әсәһенән полиция саҡырыуын һорай, эттәр иһә һәр осраған кешегә ташланырға маташа. Был видео күптән түгел Черниковка биҫтәһендә төшөрөлгән. Ҡараңғыла эштән ҡайтып килгән полиция хеҙмәткәренә 8 эт бер юлы ташлана. Ир урынына бәләкәй бала булһа, бәлә көт, тип борсолоулы комментарийҙар яуҙыра халыҡ. Бер-нисә йыл элек Өфөлә эттәрҙең бәләкәй малайҙы талап үлтергән ҡурҡыныс хәлде әле һаман күптәр иҫләйҙер. Ысынлап та, һуңғы арала эттәрҙең кешеләргә ташланған осраҡтары йышайҙы. Ғәмәлдә урамда йөрөгән берәҙәк эттәрҙе айырым бер хеҙмәт аулап, ваҡытлыса приюттарға тапшырырға тейеш. Ҡармасан приюты йылына ошондай 900 берәҙәк эт ҡабул итә. Стерилләштереү, ҡотороуҙан вакцина, башҡа кәрәкле ветеринар –санитария саралары эшләнгәндән һуң, улар кире урамға ебәрелә.Приютҡа ошондай бәләкәй генә көсөктәр ҙә эләгә. Ҡараусыларҙың әйтеүенсә, улар бында оҙаҡҡа тиклем ҡалмай. Ғәҙәттә, волонтерҙар көсөктәргә шунда уҡ яңы хужалар таба.Евгений Матрос та волонтерҙар иҫәбендә. Берәҙәк эттәр яҙмышына битараф булмаған ир әле лә дүрт аяҡлыларҙы фотоға төшөрөп уларға яңы хужалар эҙләү менән мәшғүл. Бәләкәй көсөктәр яҙмышы айырыуса борсой Евгенийҙы.Агрессив тип табылған эттәр айырым вальерҙа. Һәр-береһенең ҡолағында һары тамға, тимәк улар тикшерелгән һәм вакцинация үткән.Әммә кешегә ташланғанға күрә, бында ҡабаттан эләккән. Закон буйынса хәҙер агрессив эттәрҙе үлтерергә ярамай. Тимәк, был вольерҙағы хайуандар ғүмере аҙағына тиклем ошо приюта көн итәсәк.Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, республикала утыҙ меңдән ашыу берәҙәк эт иҫәпләнә. Өйөрҙәргә берләшкән хайуандарҙың кешеләргә ташланған осраҡтары ла көндән-көн арта. Өфөлә берәҙәк хайуандар аулаусы берҙән-бер ойошма етәксеһе Моратбей Рубжанов эттәр ҡалаһы төҙөү хыялы менән яна. Проект буйынса, бөтә берәҙәк эттәр өсөн ҡала ситендә айырым ҡаласыҡ төҙөү. Нормаға ярашлы, ҙур ҡалала 1000 кешегә яҡынса 3-4 эт тура килергә тейеш. Республикала был күрһәткес тиҫтә тапҡырға күберәк. Эттәр ҡалаһы берәҙәк хайуандарҙың һанын көйләргә ярҙам итер ине, тигән фекерҙә проектты хуплаусылар.Был проект әлегә ҡағыҙҙа ғына ҡала. Халыҡ араһында хуплау тапһа, ҡалала шундай бер нисә приют төҙөргә мәмкин буласаҡ, ти эт аулау ойошмаһы етәксеһе. Мәсьәлә күп ҡырлы. Уны эттәрҙе аулаусы ойошмалар, зооһаҡлаусыларҙың һәм шул уҡ ваҡытта балаларын тышҡа сығарырға ҡурҡҡан әсәләрҙең фекерҙәрен дә күҙ уңында тотоп хәл итергә кәрәк.
Хужаһыҙ эттәр мәсьәләһе ҡасан хәл ителер?
Тулыраҡ: Хужаһыҙ эттәр мәсьәләһе ҡасан хәл ителер?