Бер кистә ике спектакль

Тулыраҡ: Бер кистә ике спектакль

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры үҙ тамашасыһына бер актлы спектаклдәр — «Таштар ниндәй сер һаҡлай» һәм “Һүнгән йондоҙ яҡтыһы” балеттарын тәҡдим итә. Һуңғыһы үҙенең премьераһын туйлай. Ханбулат батыр менән Айһылыуҙың ялҡынлы мөхәббәте. Әйтерһең, ул мәңгелек. Ә бына яуыз Типтеғол бай ике йәш йөрәккә ҡауышырға ирек бирмәй.Либреттоны «Йөрәктау» башҡорт халыҡ легендаһы буйынса Ринат Абушахманов һәм Николай Попов яҙған. Бер актлы «Һүнгән йондоҙ яҡтыһы» балетында 22 артист ҡатнаша. Төп геройҙарҙы балет театры артистары Айрат Мәсәғүтов менән Софья Гаврюшина сағыу яҡтырта.Спектакль тамашасыларҙы республиканың бай мираҫы, уның мәҙәниәте, йолалары, музыкаль ҡаҙаныштары менән таныштыра. Пандемия спектаклдә лә сағылыш таба. Ыңғай персонаждар битлек кейеп яуыз Типтеғол бай яғына сыға. “Һүнгән йондоҙ яҡтыһы” балетының видеорәссамы – компьютер графигы, махсус эффекттар буйынса рәссам Эндрю Квинн. Австралия рәссамының эштәре менән “Матрица”, “Кәшәнәләрҙе урлаусы” һәм башҡа билдәле фильмдар аша күптәр таныш. Пандемия сәбәпле Эндрю Квинн Өфө проектында ситтән тороп эшләй. Сәхнә яңыса балҡыясаҡ. Классик балеттың яңы өлгөһө. Төрлө йүнәлештәге ҡатнаш бейеү стиле. Балет модерн яратыусыларға ла, шулай уҡ башҡорт этникаһын баһалаусыларға ла оҡшаясаҡ, тип билдәләй балетмейстер. Бер кистә тамашасы иғтибарына шулай уҡ тағы ла бер актлы спектакль — «Таштар ниндәй сер һаҡлай» балеты ла күрһәтелә.Спектакль 18 һәм 19 февралдә күрһәтеләсәк. Тамаша залы 70 процентҡа тулыландырыла. Бөтә хәүефһеҙлек саралары үтәләсәк. Һәм иң мөһиме, әлбиттә, үҙегеҙҙең битлегегеҙҙе лә алырға онотмағыҙ.