Ярыштарҙа башҡаланың полилингваль мәктәптәре менән Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернат уҡыусылары ҡатнашты. Тап ошо белем биреү учреждениеларында быйылғы уҡыу йылында шайморатов кластары асылғайны. Был мәктәптәрҙә шулай уҡ легендар комдив иҫтәлегенә арналған музей-кабинеттар ҡоролдо. Уҡыусыларҙың берҙәм кейеме ҡабул ителде, уҡыуҙа өлгәшкән уңыштары өсөн улар “Йәш шайморатовсы” билдәһе менән бүләкләнә. “Ҡышҡы шайморатов уйындары” беренсе тапҡыр ойошторолдо. Өс көн дауамында йәш шайморатовсылар интеллектуаль квест үтте, Бөйөк Ватан һуғышы тарихы буйынса белем кимәлен күрһәтте һәм көс, тиҙлек, йылдамлыҡта ярышты. Төп приз – Рәсәй геройы генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов исемендәге күсмә кубок.
Өфөлә Шайморатов уйындары үтте
Тулыраҡ: Өфөлә Шайморатов уйындары үтте