Башҡортостанда телдәр

Тулыраҡ: Башҡортостанда телдәр

Мәҙәниәт һәм мәғариф министрлыҡтары «Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы» менән берлектә туған телдәр көнө алдынан «Башҡортостанда телдәр: уларҙың торошо һәм үҫтереү юлдары” тип аталған түңәрәк өҫтәл ойошторҙо. Онлайн һәм офлайн режимда күп милләтле республикабыҙҙа туған телдәрҙе уҡытыу, уларҙы фәнни яҡтан өйрәнеү, милли мәҙәниәтте һаҡлау, таратыу мәсъәләләре тикшерелде. Дәүләт теле булараҡ башҡорт һәм рус телен үҫтереү юлдары ҡаралды. Телде һаҡлау иң беренсе ғаиләнән башлана, әммә телселәрҙе үҫтереп сығарыусы юғары уҡыу йорттарының да роле ҙур. Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән айырмалы рәүештә, Башҡортостанда мәғариф министрлығының ҡанаты аҫтында эшләгән 12 йәкшәмбе мәктәбе һәм милли-мәҙәни ойошиалар эшмәкәрлегенә айырым иғтибар бүленде.