Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе Хәүефһеҙ юл киҫелеше акцияһын иғлан итте

Тулыраҡ: Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе Хәүефһеҙ юл киҫелеше акцияһын иғлан итте

Ул юл һәләкәттәрен иҫкәртеү маҡсатында ойошторола. Статистика мәғлүмәттәре буйынса тимер юл киҫелештәрендә үткән йылда ғына 14 юл-транспорт фажиғәһе, бер үлем осрағы теркәлгән. Тимер юлы вәкилдәре белдереүенсә, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙең икенән бер осрағында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған водителдәр үҙҙәре ғәйепле. Тимер юл киҫелештәренең иң ҡурҡынысы – шлагбаум йәиһә башҡа төр барьер менән йыһазландырылмағаны. Ә иҫкәртеүсе юл билдәһе генә „тәүәккәл„ водитель өсөн кәртә түгел. Семафор ҙа эшләмәһә, поезд алдынан үтеп өлгөрөргә ашығыусылар етерлек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өлгөрмәүселәр ҙә бар.