Башҡортостан парламенты спиртлы эсемлектәр етештереүгә монополия индереүҙе хуплай

Тулыраҡ: Башҡортостан парламенты спиртлы эсемлектәр етештереүгә монополия индереүҙе хуплай

Быға тиклем, Федерация советында ла ошондай тәҡдим менән сығыш яһанылар. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, алкоголь эсемлектәр дәүләт ҡарамағындағы айырым сауҙа урындарында ғына һатылырға тейеш. Ошондай алым, контрафакт тауар әйләнешен етди контролгә алырға булышлыҡ итәсәк. Халыҡтың ялған спиртлы эсемлектәр менән ағыуланыу осраҡтары ла кәмейәсәк. Бында ҡайһы бер Европа илдәре тәжрибәһенә таянырға була. Унда-спиртлы эсемлектәр әйләнешен федераль хеҙмәт күҙәтә.