Сүриә көстәре Рәсәй авиацияһы ярҙамында Ислам дәүләте төркөмөнөң команда пунктын юҡ итте. Шул уҡ ваҡытта Хөкүмәт армияһы көньяҡ фронтта һөжүм итеп бер-нисә ҡасабаны азат иткән.
Тайваньда ер тетрәү сәбәпле 31 кеше һәләк булған. 515 кеше йәрәхәтләнгән. Тасс агентлығы фажиғә сәбәптәрен бөтөрөү буйынса оператив штаб мәғлүмәттәренә һылтанып ошо турала хәбәр итә. Бик күп биналар, йорттар емерелгән. Хәбәрһеҙ юғалыусыларҙы эҙләүгә милли армия йәлеп ителгән.
Был ҡыҙ бер аяҡ менән донъяға килгән. Әммә инвалид булыу уға акробатика һәм хореография менән шөғөлләнергә ҡамасауламай. Ул бик күптәрҙе таң ҡалдыра ала. Роя исемле ҡыҙ ҙур төркөмдә сығыш яһарға һәм ер шары буйлап гастролдәр менән йөрөргә ниәтләй.
Австрияла Альптарҙа ҡаш ишелеү сәбәпле 5 кеше һәләк булған. Был район саңғыла шыуыу өсөн бик уңайлы. Әммә йыл һайын тиерлек туристар ишелгән ҡар аҫтында ҡала. Шуға ла ҡотҡарыусылар махсус рөхсәт алмайынса Альп тауҙарына бармаҫҡа кәңәш итә.