Фән көнө уңайынан бөгөн Өфөлә йәш ғалимдарға дәүләт гранттарын тапшырыу тантанаһы үтте

Тулыраҡ: Фән көнө уңайынан бөгөн Өфөлә йәш ғалимдарға дәүләт гранттарын тапшырыу тантанаһы үтте

Фәнни хеҙмәттәр конкурсына тәҡдим ителгән 200–ҙән ашыу эш араһынан иң мөһим, киләсәктә фәнни-етештереү өлкәһен үҫтереүҙә иң һөҙөмтәле тип танылған өс тиҫтәгә яҡын эш һайлап алынған.Республикала алдынғы технологияларға нефть сығарыу һәм эшкәртеү, машиналар эшләү, металдар һығылмалығын тикшереү, биология һәм социаль даирә мәсьәләләрен өйрәнеүҙә өлгәшелгән. Ғилми тикшеренеүҙәрҙең фән ҡаҙанышы булып ҡына ҡалмайынса, ғәмәли ҡулланыш табыуы мөһим, тине Республика Хөкүмәте рәйесе Рөстәм Мәрҙәнов. Йәш ғалидар өсөн дәүләт гранттары фәнни- тикшеренеү эштәрен артабан дауам итеү мөмкинлеген аса.