Асыҡ мәктәп

Тулыраҡ: Асыҡ мәктәп

Башҡорт дәүләт педагогия университеты республиканың иң көслө уҡытыусылары менән берлектә мәктәп уҡыусылары өсөн уникаль проект әҙерләй. Ул асыҡ „Асыҡ мәктәп„ тип атала. Айҙар Әхмәтйәнов Өфө мәктәптәренең береһендә рус теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен алып бара. 17 йыл эшләү дәүерендә бик күп маҡтау грамоталары алған, 2015-се йыл йомғаҡтары буйынса рус теле һәм әҙәбиәтенән иң яҡшы уҡытыусы, тип танылған белгес. Әле иһә беренсе электрон дәресен яҙҙыра. Белем биреүҙең был ысулы уҡытыусылар етмәгән мәктәптә бик әһәмиәтле буласаҡ, ти уҡытыусы.Яңы проект ярҙамында онлайн-дәрестәр алып барыу мөмкинлеге бар. Шулай уҡ яҙманы яңынан ҡарар өсөн электрон базала һаҡлау ҙа ҡаралған.Видеодәрестәр барлыҡҡа килеүе, уҡыусылар бөтөнләй мәктәпкә йөрөмәй, тигәнде аңлатмай, әлбиттә. Тәү сиратта был дәрестәр аҙ комплектлы белем биреү йорттары өсөн тәғәйенләнә, ти белгестәр.Проекттың төп маҡсаты – ауыл мәктәптәрендә белем биреүҙең сифатын яҡшыртыу, уҡытыусыларҙың һөнәри белемен арттырыу һәм республиканың педагогик мираҫын һаҡлап алып ҡалыу, ти сараны ойоштороусылар.Семенарҙа Өфө мәктәптәренән килгән 80-дән ашыу уҡытыусы, Башҡорт дәүләт педагогия университетының педагогтары, ҡатнашты. Әле иһә Өфөнөң иң көслө уҡытыусылары, уҡыусылар өсөн ҡыҙыҡлы видеодәрестәр әҙерләй.