Дүртөйлө районының Иванай ауылында йәшәүсе Фаат Рафиҡов Рәсәй-Башҡортостан радиоһын тыңлар өсөн 18 метрлыҡ ҡоролма төҙөгән. Был йортта йәшәүселәрҙе һәр иртә Рәсәй-Башҡортостан радиоһы уята. Йорт хужаһы Фаат Рафиҡов бәләкәйҙән ошо радио менән бергә, ә өлкәнәйгәс, бигерәк тә, сифатлы һәм файҙалы мәғлүмәттәр менән һуғарылған, эстәлекле тапшырыуҙар тыңлау ихтыяжы артты, ти ул. Башҡортостан радиоһында көн һайын ижтимағи-сәйәсәт, мәҙәниәт, иҡтисад һәм башҡа темаларҙы яҡтыртҡан төрлө тапшырыуҙар, халыҡ йырҙары, заманса моңдар, һуңғы хәбәрҙәр менән дә танышырға мөмкин. Радиотапшырыуҙарҙы республикала, күрше төбәктәрҙә, хатта интернет аша бөтә донъяла ла тыңлайҙар. Башҡортостан радиоһын ультра ҡыҫҡа тулҡындарҙа тыңларға мөмкин. Әммә хәҙерге радиоалғыстарҙың күбеһе был диапазонды ҡабул итмәй. Әммә был Башҡортостан радиоһының тоғро дуҫтары өсөн кәртә түгел.Йорт эргәһендә ҡалҡып ултырған 18 метрлыҡ антенна Рафиҡовтар ғаиләһенә яратҡан радиоһы менән бергә булырға ярҙам итә. Оҙаҡ йылдар нефть сығарыу өлкәһендә эшләгән республиканың атҡаҙанған нефтсеһе Фаат Фаиҡ улы быраулау вышкаларын төҙөү серҙәрен яҡшы белә. Ошо уҡ алым менән ул ихатаһында радио өсөн вышка күтәреп ҡуя. Туғыҙ тиҫтә йылға яҡын “Өфө һөйләй” тигән һүҙҙәр яңғырай. Ошо дәүер эсендә Башҡортостан радиоканалы һәр ғаиләнең яҡын дуҫына, юлдашсыһына әйләнгән тип әйтергә мөмкин. Башҡортостан Дәүләт Телерадиокомпания ҡарамағындағы Рәсәй-Башҡортостан радиоһы сифатлы тапшырыуҙар әҙерләй. Хатта уны тыңларға мөмкинлектәр булмаған осраҡта ла, халыҡ яратҡан радиоһы менән бергә ҡала. Ультра ҡыҫҡа тулҡындарҙы тотоу өсөн 18 метрлыҡ ҡоролма төҙөгән Фаат Рафиҡов та тоғро радио тыңлаусыларыбыҙҙың береһе.
Бер нимәгә лә ҡарамай – бергә!
Тулыраҡ: Бер нимәгә лә ҡарамай – бергә!