Флешмоб

Тулыраҡ: Флешмоб

Вәсилә Фәттәхованың иң танылған йырҙарының береһе - "Тыуған яҡ" йыры Салауат Юлаев майҙанында яңғыраны. Йырсының ижадына ғашиҡтар ял кисен уны бергәләп башҡарыуға бағышланы. Миллионлаған йөрәктәрҙе йышыраҡ тибергә мәжбүр иткән һәм сәхнә йондоҙо Вәсилә Фәттәхованың яҡты образын сағылдырған йыр бер кискә уның ижадына ғашиҡтарҙы берләштерҙе. Һүҙҙәрен яҡшы белгәндәр ҙә, тик ҡушымтаһында ҡыйыу ҡушылыусылар ҙа — барыһы ла флешмобта әүҙем ҡатнашты. Башҡорт, татар, урыҫ булһынмы — яратаҡан йырсыһының иң билдәле йырын бер тауыштан башҡара. Ололар менән бер рәттән йәштәр, уларына эйәреп йырлаған, сәпәкәй һуҡҡан бәләкәстәр ҙә хатта яратҡан йырсыһын юғалтыу тойғоһон кисерә. Был йырҙан йәй еҫе килә, еләк тәмен татығандай булдыҡ, ти күптәр һәм күркәм сараны ваҡытһыҙ яҡты донъяны ҡуйған талантлы йырсының иҫтәлегенә бағышлайҙар.Йыр халыҡ күңелендә йәшәй икән, тимәк ул сәхнәләрҙә лә яңғыраясаҡ. Тик ошо сылбырҙың өҙөлмәүе шарт. Шул осраҡта ғына ул киләсәк быуын тамашасыларының һөйөүен яулап, тағы ла күп йылдар популяр йырҙар рәтендә була аласаҡ.