Экстрим яратыусыларҙы 30 градуслыҡ сатлама һыуыҡтар ҙа, буран да ҡурҡытмай. Өфөлә юлһыҙ ерҙәрҙе иңләргә яратыусылар осрашты. Автоһәүәҫкәрҙәр сығышын беҙҙең ижади төркөм дә күҙәтте. Был юлы ветеран УАЗ-ға ҡар аҫтындағы тыныс йоҡоһонан сығыу форсаты тәтемәй. Заманында бөтә республиканы арҡырыһын буйына гиҙгән тимер ат хужаһы уны лайыҡлы пенсияға оҙатҡан. Оффроуд менән мауығыу тап ошо автомобилдән башланды ла инде, ти Александр Алексеев үҙенең 3 йыл элек булған тәүге автосәйәхәттәрен хәтерләп.Бөгөнгө юл йыраҡ түгел – Өфө янындағы Яңы Максимовка ауылына тиклем генә, ә ундағы трассаның ниндәй булырын бер кем дә белмәй. Шулай ҙа юл да, 30 градуслы һыуыҡ та әүҙем ялды яратыусыларҙы ҡурҡытмай.Старт һыҙығынан тимер аттар уттай артылып көрт аша алға елә. Бындай юлды 4 тәгәрмәсе лә һөйрәгән ҡеүәтле автомобилдәр генә үтергә һәләтле, ә “ҡаты” шарттарҙа ярышыр өсөн кузов бейегәйтелеп ҙур тәгәрмәстәр ҡуйылған. Ҡатмарлы шарттарҙа ярышырға яратҡан һәүәҫкәр водителдәр өсөн көн дә ҡаты һыуығын йәлләмәне, әммә ҡатнашырға теләүселәр 50-нән ашыу ине. Бындай сараларҙы Оффроуд һөйөүселәр йыл әйләнәһенә уҙғара, уларҙың сафтары йылдан йыл арта ғына.
Өфөлә юлһыҙ ерҙәрҙе иңләргә яратыусылар осрашты
Тулыраҡ: Өфөлә юлһыҙ ерҙәрҙе иңләргә яратыусылар осрашты