Бер юлы дүрт урында эшләргә мәжбүр

Тулыраҡ: Бер юлы дүрт урында эшләргә мәжбүр

Өфөлә йәшәүсе ханым закон буйынса тейешле торлаҡты бер-нисә йыл рәттән ала алмай интегә. Инвалид бала тәрбиәләгән ҡатын Өфө хәкимиәтендә яҡлау тапмағас, хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итергә мәжбүр. Роза Сәйетғәлиева күҙ йәшен йәшерә алмай. Ҡатын 11 йәшлек сирле бала тәрбиәләй. Ҡыҙы Азалияның баш мейеһендә һыулы шеш, баланың психикаһы һәм телмәр үҫеше лә тотҡарлана. 2013 йылда Азалия инвалид, тип таныла. Өс йылдан ғына бик күп ҡатмарлыҡтар аша ғаилә торлаҡҡа сиратҡа ҡуйыла. Етмәһә, Розаның проблемаһын ишетергә теләмәгән район хакимиәте ҡатынға әйтеп тә тормай, уны торлаҡҡа сираттан алып ташлаған. Был ҡарарҙың нигеҙе – хроник сирҙәрҙең ауыр формалары исемлегенең үҙгәреүе. Ҡарар 2012 йылда уҡ раҫланған, әммә, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында, үҙ көсөнә бары 2018 йылда ғына ингән. Орджоникидзе районы хакимиәтендә беҙгә был мәсьәләгә аңлатма биреүҙән баш тарттылар, шулай ҙа, яҙма рәүештә яуап ҡайтарҙылар. Ысынлап та, яңы законға ярашлы, Азалияның диагнозы яңы исемлеккә инмәй. Әлеге көндә ике баланы яңғыҙы тәрбиәләгән ҡатын 18 квадрат метрлыҡ бүлмәлә көн итергә мәжбүр. Сараһыҙлыҡтан ҡуртымға алынған бәләкәй бүлмә өсөн ул ай һайын 8500 һум аҡса түләй. Роза егерме биш йылдан ашыу урам һепереүсе булып эшләй. Ҡыҙы йыш ауырыу сәбәпле, эш хаҡы ҡайһы саҡ бүлмә өсөн түләүгә лә етмәй. Ә Азалияға бер туҡтауһыҙ дауаланыу, реабилитация талап ителә. Шуға ла осон-осҡа ялғап йәшәгән ҡатынға бер юлы өс–дүрт эш урынында эшләргә тура килә. Эргә–тирәләге һатыу кибеттәрендә иҙән йыуа, үҙе йәшәгән ятаҡта подъездарҙы, аш-һыу бүлмәһен йыйыштыра, шәхси ойошмалар алдын ҡарҙан таҙарта.Ррзаның был хәле менән республика башлығы янындағы кеше хоҡуҡтары буйынса совет ҡыҙыҡһыныу белдерҙе һәм мәсьәләне үҙ ҡарамағына алды. Балаһын инвалидлыҡ буйынса сиратҡа кире ҡуйыуҙарын һорап, Роза хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итергә йыйына. Биш йыл дауамында район хакимиәте тупһаһын тапап, тамам төшөнкөлөккә бирелгән ҡатын, яңы өмөт һәм ышаныс менән эшен дауам итергә ниәтләй.